Өфөлә йәшәүсе 23 йәшлек ҡатын былтыр наркотиктарҙы күмәртәләп һатыу маҡсаты менән Пенза ҡалаһына юллана. Ул шулай итеп наркодиллерҙар бандаһы сафына баҫа. Ә ата-әсәһе, ҡыҙыбыҙ сит төбәктә аҡса эшләп йөрөй, тип уйлай, уның наркотиктар менән һатыу итеүен баштарына ла килтермәйҙәр.