Все новости
Яңылыҡтар
30 Марта 2018, 13:46

БАЛАЛАР КИТАБЫ АҘНАЛЫҒЫ

Мәктәп уҡыусыларының яҙғы каникулында район ауыл китапханаларында Балалар һәм йәштәр китабы аҙналығы үткәрелде.

Мәктәп уҡыусыларының яҙғы каникулында район ауыл китапханаларында Балалар һәм йәштәр китабы аҙналығы үткәрелде. Зәк-Ишмәт, Молокан, Керәүле-Илюшкин, Ленин, Яҡут ауыл китапханаларында балалар әҙәби викториналарҙа ҡатнашты, китапханасылар уларҙы экскурсияларға йөрөттө. Ә 27-30 мартта Отрада китапханаһында рус әҙәбиәте классигы Максим Горькийҙың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған мәҙәни саралар үтте. Китапхансы Надежда Кузнецова уҡыусыларҙы Максим Горькийҙың тормош һәм ижад юлы менән таныштырҙы, уның әҫәрҙәренән торған китап күргәҙмәһе ойошторҙо.


Д. БАТУРИНА,

район китапханаһы методисы

Ермолаево ауылы
Читайте нас: