Все новости
Яңылыҡтар
30 Марта 2018, 13:48

БЫЙЫЛ ДА ҠАТНАШАБЫҘ

«Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү проекты» (ППМИ) программаһы буйынса башҡарылған эштәр Яҡшымбәт ауыл советы биләмәһе, йәғни ауыл халҡы өсөн бик тә файҙалы булды.

«Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү проекты» (ППМИ) программаһы буйынса башҡарылған эштәр Яҡшымбәт ауыл советы биләмәһе, йәғни ауыл халҡы өсөн бик тә файҙалы булды. Ул ауылдарҙа килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү өсөн республика ҡаҙнаһынан финанс ярҙам алыу мөмкинлеге тыуҙыра. Былтыр ошо программа буйынса беҙҙең ауыл биләмәһе тракторлы булды.

Быйыл да был программала ҡатнашырға булдыҡ. Маҡсатыбыҙ – үлән сапҡыс, сүп-сар тейәр өсөн тағылма инвентарҙар алыу. Бының өсөн һәр йорттан тейешле суммала аҡса йыйырға тигән ҡарарға килдек.


Р. АБДУЛЛИН

Яҡшымбәт ауылы
Читайте нас: