Күптән түгел Кинйәабыҙ ауылында Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары матур итеп сығыш яһаны. Тамашаға тирә-яҡ ауылдарҙан да килделәр. Абдул, Свобода, Түкән, Тимербай ауылдары халҡы йыйылды. Бигерәк тә яҡташыбыҙ, олатаһы Зиннур Рахманғолов тыуып үҫкән Кинйәабыҙ ауылының ейәне, йырсы һәм алып барыусы Зөлфир Басиров оҡшаны. Шулай уҡ йырсы Заһир Иҫәнсурин, Рәфис Синчурин, бейеүсе Евгений Сыпин, баянсы Раил Мөрсәлимовтарҙың сығыштары халыҡты һоҡландырҙы. Беҙҙең күңелдәребеҙҙе күтәргәндәре өсөн артистарҙың барыһына ла һәм бушҡа матур концерт бүләк иткәндәре өсөн район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа, уның урынбаҫары Люциә Хәмитоваға барлыҡ йыйылған халыҡ исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уларға уңыштар һәм именлек теләйбеҙ.