Все новости
Яңылыҡтар
30 Марта 2018, 13:45

КӘМЕМӘЙ

Күмертауҙа 2018 йылдың тәүге өс айында (ғинуар-март) ВИЧ-инфекция менән зарарланыусы 23 кеше лаборатор тикшереүҙәр ярҙамында асыҡланған.

Күмертауҙа 2018 йылдың тәүге өс айында (ғинуар-март) ВИЧ-инфекция менән зарарланыусы 23 кеше лаборатор тикшереүҙәр ярҙамында асыҡланған. Шуларҙың күбеһе - ир-ат. Ҡалабыҙҙа был ҡурҡыныс ауырыуҙы йоҡтороусылар һаны бер ҙә кәмергә уйламай. Эпидемия башланған 2000 йылдар башынан алып хәл һаман шулай көсөргәнешле килеш ҡала. 2016 йылда был ауырыу менән 85 кеше ауырыһа, 2017 йылда 75 кеше зарарланған.

Көйөргәҙе районында ла ВИЧ-инфекция йоҡтороусылар күп. 2017 йылда был ауырыу менән ауырыған 104 кеше иҫәптә торған.
Читайте нас: