Все новости
Яңылыҡтар
3 Апреля 2018, 16:40

АРЗАН, ТИП АЛДАНМА

Ҡала һәм район ветстанцияһы күңелгә шөбһә һала: тирә-йүндә мал ауырыуҙары ныҡ тарала, һаҡ булыу, һәүкәштәрҙе вакцинациялау кәрәк.

Ҡала һәм район ветстанцияһы күңелгә шөбһә һала: тирә-йүндә мал ауырыуҙары ныҡ тарала, һаҡ булыу, һәүкәштәрҙе вакцинациялау кәрәк.

Дерматит, бешмә, бруцеллез сирҙәре бигерәк алама, быларҙан тыш сусҡаларҙың Африка тағуны бар. Фермалағы бер генә мал бешмә йәки нодуляр дерматит тигәндәре менән сирләһә, бөттө, бар ферманы юҡҡа сығарырға тура киләсәк. Әле вакцина артынан ветстанцияға мөрәжәғәт итергә була (тел. 6-00-36). Был эште оҙаҡҡа һуҙырға ярамай, Ырымбур өлкәһе янда ғына, ә унда ҡайһы бер мал ауырыуҙары таралған да инде.

Икенсе, сезонға бәйле бәлә: ауылдарҙы тултырып хәҙер тауыҡ себештәре, ҡаҙ бәпкәләре һата башлаясаҡтар. Бында үтә иғтибарлы булыу мотлаҡ, махсус тикшеренеү үтмәгән себеш сир таратыусан була. Хаҡы арзан тип алданып, ҡаҙ, тауыҡ ите һоғоноп ултыраһы урынға аҙаҡ дауаханала аунап ятырға яҙмаһын.
Читайте нас: