Все новости
Яңылыҡтар
3 Апреля 2018, 16:33

АУЫЛЫМ УҢҒАНДАРЫ

Ауылымдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары бик борондан килгән халҡыбыҙҙың матур «Кис ултырыу» йолаһын тергеҙҙе. Был бик файҙалы ла, күңелле лә сараны мәҙәниәт усағы хеҙмәткәрҙәре Гөлсара Рәшитова менән Гөлдәр Усманова ойошторҙо.

Билдәләнгән көндө матур-матур милли кейемдәрҙәге ауылым уңғандары — Рәмзилә Мөхәмәтйәнова, Ғәҙилә Усманова, Рәмзиә Әҙеһәмова, Гөлдәр Усманова, Рәйсә Рәхимова, Люциә Ишмөхәмәтова, Гөлфиә Урманцева, Фәүриә Хөсәйенова, Нурания Кәримова үҙҙәренең ҡул эштәрен алып килеп тә етте. Уларҙың һәр береһе бала саҡтан сигеү, бәйләү, тегеү менән шөғөлләнә. Күмәкләшеп боронғо йырҙарыбыҙҙы йырлай-йырлай рәхәтләнеп яратҡан шөғөлдәребеҙ менән булыштыҡ. Уңғандарыбыҙҙың тилбер бармаҡтарына күҙ ҙә эйәрмәй. Күп ваҡыт та үтмәне, уларҙың һоҡланғыс, күҙҙең яуын алып торған ижад емештәрен дә күрергә насип булды беҙгә.

Ауылдаштарым һәр береһе үҙе менән тәмле-тәмле күстәнәс тә тотоп килгән. Күмәкләшеп сәй эсеп алдыҡ. Шулай итеп ысын күңелдән, бер юлы эшләп тә, ял итеп тә, ҡайттыҡ. Ошолай тағы ла осрашып торорға һүҙ ҡуйыштыҡ.

Рәмилә ӘКБӘРОВА

Зәк-Ишмәт ауылы
Читайте нас: