Все новости
Яңылыҡтар
3 Апреля 2018, 16:11

ИКЕ ОСРАҠТА АЛМАШТЫРЫЛА

Әҙәм балаһын иң аҡыллы йән эйәһе тиһәләр ҙә, беҙ шул тиклем бер ҡатлы, тиҙ ышаныусан һәм ыштанһыҙ.

Әҙәм балаһын иң аҡыллы йән эйәһе тиһәләр ҙә, беҙ шул тиклем бер ҡатлы, тиҙ ышаныусан һәм ыштанһыҙ. Ҡалай ғына алдамайҙар беҙҙе: төрлө МММ-фәлән алдай, смс ебәреп, телефондан ялған хәбәр һатып алдайҙар. Һәм беҙҙең арала шуға ышанғандар бар. Остап Бендер тарихта ҡалманы, һаман булһа заман бендерҙары беҙҙең кеҫәләге барлы-юҡлы аҡсаны һурып алырға төрлө юл эҙләй. Һәм бына уның сираттағы юлы.

Электр иҫәпләгесен алмаштырам, тип ауылдар буйлап йөрөйҙәр икән. Ейәнсура районында хәйләкәр әҙәмдәр апаруҡ ҡына уңыш йыйғас (бында улар 60 кешене һауған), Көйөргәҙе районына килеп еткәндәр. Холмогор ауылында бер кешенең иҫке иҫәпләгесен алып ташлап, яңыһын ҡуялар. Эй, ҡыуанып, рәхмәттәр әйтеп ҡала йорт хужаһы, быларҙың кеҫәһенә 6 меңгә яҡын аҡсаһын һала. Аҙаҡ шул билдәле була: сит ил машинаһында ғына йөрөгән «электриктар» әҙәм алдаусылар икән. Иҫәпләгес магазинда иркен һатыла, хаҡы 900 һум самаһы, уны теләгән бер кеше һатып ала ала. Бер генә кәңәш: кемдер килеп кереп электр иҫәпләгесегеҙ өсөн, һеҙҙе атаһылай күреп ныҡ борсолоп, әйҙә алмаштырайыҡ, ти икән, шунда уҡ 6-00-36 һанына шылтыратығыҙ. Иҫәпләгес ике осраҡта ғына алмаштырыла: уның срогы сыҡһа (был турала һеҙгә алдан хәбәр итәсәктәр) һәм ул ватылһа (быныһында үҙегеҙ хәбәр итәһегеҙ).

Ә инде 6 меңләп аҡсағыҙ артып барып, уны кемгә биререгә белмәй йонсоһағыҙ, сирле балалар иҫәбенә күсерегеҙ, ундайҙарға, ана, ил буйлап смс менән аҡса йыябыҙ, юғиһә.
Читайте нас: