Все новости
Яңылыҡтар
3 Апреля 2018, 16:31

Йөрәктәрҙә ҡалды!

Үткән шәмбелә Зәк-Ишмәт мәҙәниәт йортона Яҡшымбәт ауылы әртистәре «Йөрәктәрҙә ҡалһын йырыбыҙ» тип аталған ҙур концерт программаһы алып килде.

Үткән шәмбелә Зәк-Ишмәт мәҙәниәт йортона Яҡшымбәт ауылы әртистәре «Йөрәктәрҙә ҡалһын йырыбыҙ» тип аталған ҙур концерт программаһы алып килде. Мәҙәниәт усағы директоры Гөлфиә Исхаҡова менән хореограф Гөлшат Хәйбуллина ойошторған был иҫ китмәле, шәп концерт ауыл халҡының һушын алды. Йырсыларының тауыштары ҡуйылған, бейеүселәре лә бер ҙә генә яңылышмай сығыш яһаны. Уларҙың, хатта, аппаратуралары ла үҙҙәрен «тыңлап» ҡына, көйлө генә эшләп тора. Шул тиклем яҡшы ойошторолған ине был концерт программаһы. Тамашасылар һәр сығышты дәррәү алҡыштарға күмде. Шулай итеп беҙҙең күңелдәрҙе күтәреп, йәшәүгә дәрт өҫтәгәндәре өсөн яҡшымбәттәргә бөтә ауыл халҡы исеменән ҙур-ҙур рәхмәт әйтке килә.


Рәмилә ӘКБӘРОВА

Зәк-Ишмәт ауылы
Читайте нас: