Все новости
Яңылыҡтар
3 Апреля 2018, 14:25

ЙӘЙӘҮЛЕГӘ ЛӘ ШТРАФ БАР

Көйөргәҙе автоинспекцияһы район халҡының, ҡунаҡтарҙың иҫтәренә шуны төшөрә: йәйәүлеләр ҙә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл һәм еренә еткереп үтәргә тейеш.

Көйөргәҙе автоинспекцияһы район халҡының, ҡунаҡтарҙың иҫтәренә шуны төшөрә: йәйәүлеләр ҙә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл һәм еренә еткереп үтәргә тейеш. Рәсәй Федерацияһы Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең дүртенсе бүлеге «Йәйәүлеләрҙең бурыстары» тип атала. Һәр йәйәүле уның менән яҡшы таныш булырға тейеш. Хәҙер интернет заманы: уны һәр кем асып ҡарай ала.

Йәйәүлеләр тейешле урындарҙан – үткәүелдәрҙән генә юл аша сығырға тейеш. Әгәр улар юҡ икән, тротуарҙарҙан, юл ситтәренән уңға ла, һулға ла бик иғтибарлы ҡарап, яҡынлашыусы транспорт булмғанда ғына юл аша сығырға кәрәк. Йәйәүлеләр тәүлектең ҡараңғы сағында һәр ваҡыт кейемдәренә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтарҙы водителдәр күрерлек итеп тағырға бурыслы.

Районыбыҙҙағы юл-транспорт ваҡиғаларында, бәхетһеҙ осраҡтарҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәүсе йәйәүлеләрҙең дә ғәйептәре етерлек. Ундайҙарға ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 500 һум күләмендә штраф һала ала.


В. ЗАВАРЗИН,

Рәсәй Эске Эштәр министрлығының Көйөргәҙе районы буйынса бүлегенең ЮХХДИ бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы
Читайте нас: