Йыл башынан район мәшғүллек үҙәге 17 эшһеҙ гражданды ашнаҡсы, тегенсе, парикмахер, водитель һөнәрҙәрен үҙләштереү маҡсатында уҡырға ебәрҙе. Шулай уҡ ҡартлыҡ буйынса пенсияла булған һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген ашнаҡсы һөнәре буйынса башларға теләгән граждан да уҡып йөрөй. Әле электромонтер, иретеп йәбештереүсе һөнәрҙәре буйынса төркөмдәр комплектлау дауам итә.