Все новости
Яңылыҡтар
6 Апреля 2018, 14:03

ТАУАРҘАРҒА ХАҠТАР КӘМЕНЕ

Рәсәй почтаһы, матбуғат баҫмаларын таратыу, һәр йортҡа алып барып еткереү менән генә сикләнмәйенсә, халыҡҡа иң кәрәкле тауарҙар ҙа тәҡдим итә.

Рәсәй почтаһы, матбуғат баҫмаларын таратыу, һәр йортҡа алып барып еткереү менән генә сикләнмәйенсә, халыҡҡа иң кәрәкле тауарҙар ҙа тәҡдим итә. Һеҙҙе ҡыуандырырға ашығабыҙ: илдең барлыҡ почта бүлектәрендә лә социаль яҡтан иң әһәмиәтле, йәғни көнкүрештә кәрәкле тауарҙарға хаҡтар кәмене.

Аҙыҡ-түлек һәм аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙарҙы хәҙер һеҙ 10-15 %-ҡа кәм хаҡ менән почта бүлектәрендә һатып ала алаһығыҙ. Кер йыуыу порошоктары, һабын, йыуыу һәм таҙартыу средстволары, аҙыҡ-түлек тауарҙары, сәй кеүек көнкүрештәге иң кәрәкле тауарҙар сауҙа селтәрҙәренә ҡарағанда сағыштырмаса арзаныраҡ хаҡҡа төшәсәк. Хәҙерге еңел булмаған тормошта аҡсаның һәр һумы иҫәптә. Уны һаҡсыл тотонам тиһәң, почта бүлектәрендәге көнкүреш тауаҙарын алғаның ғаилә бюджеты өсөн күпкә ҡулай. Ошондай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайыҡ.
Читайте нас: