Күмертау ҡалаһының 5-се урта мәктәбе уҡыусылары яңыраҡ Мәскәүгә сәйәхәт ҡылды. Баш ҡала менән яҡындан танышһындар өсөн, уларға экскурсиялар ойошторолдо. Бөйөк Ватан һуғышы үҙәк музейында, Сталиндың бункерында, Монинолағы Хәрби-һауа үҙәк музейында булдылар, маршал Георгий Константинович Жуковтың һәйкәлен, Мәңгелек ут янындағы Билдәһеҙ һалдат ҡәберен барып ҡаранылар. Сәйәхәттең иң ҡыҙығы космонавтар әҙерләү үҙәгендә тере космонавтар – СССР һәм Рәсәй Геройҙары менән осрашыу булды.