Праваһынан мәхрүм ителеүсе, был туралағы ҡарар көсөнә ингәндән һуң 3 көн үткәс, үҙенең танытмаһын Дәүләт автоинспекцияһына килтереп тапшырырға бурыслы. Әгәр ул быны ваҡытында эшләмәһә, праванан мәхрүм итеү ваҡыты ла һуҙыла, ул бары тик танытманы тапшырған көндән алып ҡына иҫәпләнелә башлай. Шуға күрә правағыҙҙы алдырған икәнһегеҙ, документты тапшырмайынса үҙегеҙҙә тотоп йөрөмәгеҙ. Был ҡылығығыҙ менән үҙегеҙгә генә зыян килтерәһегеҙ.