Все новости
Яңылыҡтар
17 Апреля 2018, 13:55

СПУТНИК КҮҘӘТӘ

Яҙ етеп, ер кибә башлау менән, бар халыҡ үҙҙәренсә «изге эш» — йәш үлән үҫһен тип, иҫке үләнгә ут төртә башлай.

Яҙ етеп, ер кибә башлау менән, бар халыҡ үҙҙәренсә «изге эш» — йәш үлән үҫһен тип, иҫке үләнгә ут төртә башлай.

«Ут менән һаҡ булһындар, тип яҙығыҙ әле», - ти Көйөргәҙе районы янғын бүлеге начальнигы Сергей Фадеев. «Үткән аҙнала ғына район буйынса үлән яныуға бәйле 14 осраҡ теркәлде (күрше райондарҙа бындай осраҡтар беҙҙекенә ҡарағанда 4-5 тапҡырға әҙерәк). Райондың Покровка, Ялсыҡай, Молокан, Отрада ауылдарында һәм шулай уҡ башҡа ерҙәрҙә лә ҡоро үләндең янып китеүе күҙәтелә. Быларҙың барыһында ла тиерлек кеше ғәйепле. Кемдер аңғармаҫтан, тәмәке төпсөгөн ергә ташлап, кемдер махсус рәүештә ҡоро үләнде яндырып ебәрә. Үлән яныуының бик ҡурҡыныс эҙемтәләре булыуы, бөтә ауылдың янып китеү осраҡтары булыуын бер ҙә генә онотмаһындар ине. Былтыр үлән яҡшы булды, ә ҡыш ҡарһыҙ килде, шунлыҡтан быйыл ҡоро үлән бигерәк тә күп. Шуны ла ҡабатлап әйтеп китеү яҙыҡ булмаҫ: 2017 йылдың авгусынан алып йорт, баҡса биләмәләрендә сүп-сар, үлән яндырыу ҡәтғи тыйыла. Сүпте яндырыу өсөн силсәүит хужалары һәр бер ауылда айырым, махсус урындар булдырырға тейешле. Әй, береһе лә күрмәҫ әле, тиҙ генә әҙерәк сүп-сар яндырып алайым», - тигәндәргә лә, ут менән шаярырға яратыусы башҡаларға ла шуны әйтер инем: ҡайҙа нимә янғанын спутник күҙәтеп тора. Ошо көндәрҙә генә спутниктар райондағы 4 термонөктәне билдәләне. Янғын сыҡҡан ерҙәрҙең хужаларына 15 мең һумдан алып 500 мең һумға тиклем штраф ҡаралған», - тип аңлата райондағы янғын хәүефһеҙлеге менән бәйле хәлде Сергей Борисович.
Читайте нас: