Все новости
Яңылыҡтар
20 Апреля 2018, 13:34

БАШЛАНЫҠ!

Көйөргәҙе районында быйылғы яҙғы баҫыу эштәрен иң беренселәрҙән булып «Искра» ауыл хужалығы кооперативының дүртенсе бригадаһына инеүсе Түбәнге Бабалар ауылы механизаторҙары башланы:

Көйөргәҙе районында быйылғы яҙғы баҫыу эштәрен иң беренселәрҙән булып «Искра» ауыл хужалығы кооперативының дүртенсе бригадаһына инеүсе Түбәнге Бабалар ауылы механизаторҙары башланы: 18 апрелдә улар тырмаға һәм ужым арышын өҫтәмә туҡландырыуға төштө. Дым ҡаплауҙа Хәйрулла Вәлиев, Рәсил Мөъминшин, Насип Ташбулатов, Илдус Мөхәмәтйәров, ужым арышын өҫтәмә туҡландырыуҙа Рим Ғәлимов, Мөхтәр Һатыбалдин, Азат Ишкинин эшләй. Ашнаҡсылар Лилиә Боҫҡанова менән Эльвира Ғәлимова игенселәрҙе тәмле аштары менән һыйлай.
Читайте нас в