РПЛИ-ла БР-ҙың 100 йыллығына, Күмертауҙың 65 йыллығына арналған «Белем плюс» мәктәп уҡыусыларының республика полиолимпиадаһы уҙҙы. Унда Күгәрсен, Федоровка, Көйөргәҙе, Мәләүез, Өфө райондарынан, Күмертауҙан 4-9 кластарынан 108 уҡыусы ҡатнашты. РПЛИ-ла балалар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолғайны. Математика уҡытыусылары өсөн ОГЭ буйынса семинар үткәрелде. Өфөнән килгән ҡунаҡтар — Мәғарифте үҫтереү институтынан филология фәндәре докторы Н. Исҡужина, өлкән уҡытыусы З. Мостафина, нефть-техник университетынан физика-математика фәндәре кандидаты Р. Дәминов, авиация техника университетының Күмертау филиалынан социология фәндәре кандидаты В. Самоделкиндарҙың ҡатнашыуы ла сараға оло мәртәбә өҫтәне. Олимпиада йомғаҡтары буйынса еңеүселәргә Мәғарифте үҫтереү институты грамоталары, ә ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырылды.