Ишембайҙың Зәки Вәлиди исемендәге 2-се һанлы гимназия-интернатында «Ер хужаһы» тигән ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсы үтте. Унда беҙҙең райондың Керәүле-Илюшкин мәктәбенән Денис Герасимов, Валерия һәм Елизавета Ворошиловалар ҡатнашты. Был уҡыусыларҙы шундай әһәмиәтле сараға уҡытыусылары Надежда Николаева менән Ольга Алексеевалар ентекле әҙерләгән.
6-сы синыф уҡыусылары Валерия менән Елизаветаның Башҡортостандың көньяҡ тәбиғәте шарттарында ҡарбуз сорттарын үҫтереү буйынса өс йыл буйы үткәргән эш тәжрибәһе юғары баһаланды. Улар Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Ә 5-се синыфтан Денистың «Зоология һәм ветеринария» номинцияһындағы йорт хайуандарын үҫтереү, үрсетеү, уларҙы туҡлыҡлы ашатыу, гигиеник һәм экологик яҡтан һаҡлау хаҡындағы эше республика конкурсы призеры дипломына лайыҡ булды.