Все новости
Яңылыҡтар
27 Апреля 2018, 11:24

БАЙРАМДАР ТЫНЫС ҮТҺЕН ӨСӨН

1 Май байрамында, 9 Май – Еңеү көнөндә ҡалала йәмәғәтселек тәртибен һаҡлау мәсьәләләренә бәйле Күмертау ҡалаһы ҡала округы террорға ҡаршы көрәш комиссияһының сираттағы ултырышы үтте.


1 Май байрамында, 9 Май – Еңеү көнөндә ҡалала йәмәғәтселек тәртибен һаҡлау мәсьәләләренә бәйле Күмертау ҡалаһы ҡала округы террорға ҡаршы көрәш комиссияһының сираттағы ултырышы үтте. Ҡала полицияһы начальнигының йәмәғәтселек тәртибен һаҡлау буйынса урынбаҫары Павел Гудков был көндәргә бәйле эш планы, күреләсәк саралар хаҡында ентекле һөйләне, ниндәй объекттарға ни өсөн ныҡлы иғтибар бүленәсәген аңлатты. Шулай уҡ власть органдары етәкселәренән, вәкилдәренән кемдәрҙең нимә өсөн яуап биреүе аныҡ билдәләнеп, улар алдына мөһим бурыстар ҡуйылды.

Читайте нас: