Апрель башынан республикала «Стоп ВИЧ/СПИД» тип аталған акция башланды. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ойошторған был сара республиканың күп кенә ҡала-ауылдары буйлап үтә. Акцияның төп маҡсаты – йәштәргә СПИД-тың ни тиклем ҡәһәрле булыуын аңлатыу. Йәш быуындың башына барып етһен өсөн ойоштороусылар төрлө алым ҡуллана, былтыр, мәҫәлән, рэп, рок стилдәрендә сығыш яһағайнылар. Быйыл былтырғыһынан саҡ ҡына икенсерәк итеп үткәрергә булғандар: билдәле артист Константин Хабенский нигеҙ һалған актерлыҡ студияһы артистары спектакль күрһәтә. Был аҙнала улар Ермолаевола сығыш яһаны. Балалар йотлоғоп ҡараны тамашаны, теләгәндәр ВИЧ-ҡа анализ да бирә алды.