Все новости
Яңылыҡтар
15 Мая 2018, 13:40

БЕҘ ТЕЛӘГӘНСӘ ТҮГЕЛ

Крәҫтиәндәрҙең дәрт, дарман менән Һабантуй көтөр мәле, тик әлегә байрам ҡайғыһы бик юҡ.

Крәҫтиәндәрҙең дәрт, дарман менән Һабантуй көтөр мәле, тик әлегә байрам ҡайғыһы бик юҡ. Сәсеү һүлпән бара. Кисәге көнгә ҡарата сәселергә тейешле 76 мең гектар ерҙең 18, 600 гектары ғына сәселгән (26%). Эш өсөн барыһы ла бар: техника ла, кешеһе лә, яғыулыҡ та. Бар эште һауа торошо боҙа - эшләргә пакуй юҡ. Әле бына өс көн буйы ямғыр туҡтағанын көткәндәр. Район республикала сәсеү буйынса артта бармай, шулай ҙа темп барышы беҙ теләгәнсә түгел. Былтыр ошо мәлгә сәсеү бөткәйне, кукуруз, ҡарабойҙай һымаҡ һуң сәселә торған культуралар ғына ҡалғайны. Ошо проблема арҡаһында Һабантуй үткәреүҙе тағы ла күсерҙеләр: ер кешеһенең төп байрамы 9 июндә буласаҡ. Уңарсы бар сәсеү эштәрен теүәлләп, яҡты күңел менән рәхәтләнеп байрам итерлек кәйеф тә булыр.


Читайте нас: