Все новости
Яңылыҡтар
15 Мая 2018, 13:42

ЛОКОМОТИВТАР ҺӘМ КЕШЕ ФАКТОРЫ

Көндәр йылыныу менән, район биләмәләрендә янғын хәүефлелеге лә арта. Үткән аҙнала район янғын һүндереүселәре 18 тапҡыр ҡоро үләнгә ҡапҡан утты һүндерергә сыҡҡан.

Көндәр йылыныу менән, район биләмәләрендә янғын хәүефлелеге лә арта. Үткән аҙнала район янғын һүндереүселәре 18 тапҡыр ҡоро үләнгә ҡапҡан утты һүндерергә сыҡҡан. Бигерәк тә Куйбышев тимер юлындағы локомотивтарҙан сыҡҡан осҡондар арҡаһында үләнгә ут ҡабыуҙар йышая. Тимер юлдың 284-се саҡырымындағы, Мораптал станцияһындағы янғындар сығыуға ошо осҡондар сәбәпсе булған. Тимер юлсылар һәм район янғын һүндереүселәре тарафынан улар ваҡытында ауыҙлыҡланған.

Янғын сығыу сәбәптәрендә локомотивтарҙан ҡала икенсе урында – кеше факторы. Шул арҡала «Ҡайынҡай» лагерында сыҡҡан утты һүндерергә тура килгән. Үләнгә кемдер төрткән ут арҡаһында янғын Мотал ауылындағы бер йорттоң хужалыҡ ҡаралтыларына күскән. Ҡаралтылар менән бергә 10 куб. метр ағас материалдар ҙа янған. Шәбағыш ауылында ла бер йорт эсендә ҡыҫҡа ялғаныштан ут сығып, уның түбәһенә һәм диванға ныҡ ҡына зыян килгән. Янғын тиҙ арала һүндерелгән.

Көйөргәҙе районы, Хәйбулла районы менән бер рәттән, Башҡортостандың 4-се кимәлдәге янғын хәүефе булған райондар исемлегенә индерелде. Шуға күрә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен еренә еткереп үтәргә, бигерәк тә, ҡоро үлән булған ергә һүндерелмәгән тәмәке төпсөгөн ташлауҙан, усаҡ яғыуҙан баш тартырға кәрәк.
Читайте нас: