Все новости
Яңылыҡтар
5 Июня 2018, 13:02

ШТРАФТАР ҺАЛЫНДЫ

Башҡортостан Республикаһында 2018 йылдың 14 майынан 25 майына тиклем «Шәхси эшҡыуар» профилактик ун көнлөгө үткәрелде.

Башҡортостан Республикаһында 2018 йылдың 14 майынан 25 майына тиклем «Шәхси эшҡыуар» профилактик ун көнлөгө үткәрелде. Шул ваҡыт эсендә Көйөргәҙе районында дәүләт техник күҙәтселек инспекцияһы тарафынан 43 үҙйөрөшлө техника тикшерелде, уларҙың 18-е шәхси ҡулланылыштағыһы.

Тикшереү барышында 2 тракторсы-машинист таныҡлығы булмаған көйөнә техника менән идара иткәндә тотолдо. Дүртәүһенең техник күҙәтеү үтмәүе, икәүһенең страховкалау ОСАГО полисы юҡлығы, бер берәмек техниканың төҙөк булмауы асыҡланды.

Операция барышында барлығы 9 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, уларға штрафтар һалынды.

Н. БУЛГАКОВ,
БР-ҙың Көйөргәҙе районы буйынса дәүләт техник күҙәтселек инспекцияһының төп дәүләт инженер-инспекторы


Читайте нас: