Все новости
Яңылыҡтар
19 Июня 2018, 11:30

ҺАМАРҒА ЙЫЙЫНАЛАР

23 июндә Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы Имел ауылында «Йыйын — 2018» XIV өлкә башҡорт милли байрамы уҙғарыла.

23 июндә Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы Имел ауылында «Йыйын — 2018» XIV өлкә башҡорт милли байрамы уҙғарыла. Һамар ерендә йәшәгән халыҡтарҙы берләштереү, башҡорт халҡының мәҙәни традицияларын үҫтереү маҡсатында үткәреләсәк был байрам Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, партия һәм дәүләт эшмәкәре, Оло Чернигов районының Хәсән ауылында тыуған Харис Йомағол улы Йомағолов иҫтәлегенә арнала.

Сараға БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов етәкселегендә Башҡортостандан делегация барасаҡ. Был делегация составында Көйөргәҙе районы вәкилдәре лә бар. Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов етәкселегендә Көйөргәҙенән 23 кеше барырға йыйына. Улар үҙҙәре менән йылҡы итенән әҙерләнгән деликатестар, төрлө ҡоралдар, шәл, көнкүреш әйберҙәре күргәҙмәләре, башҡорт милли ризыҡтары, тирмә алып барасаҡ. Делегация составына китапханысылар, ҡурайсылар, «Етегән» халыҡ вокаль ансамбле һәм башҡа мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ингән.


Читайте нас: