«Йәшлек» район мәҙәниәт һарайына капиталь ремонт эшләнәсәге хаҡында яҙғайныҡ. Әле был ремонтҡа республиканан 53 млн һум бүленәсәге билдәле булды. Бынан тыш ҡыйыҡты ремонтлар өсөн тағы ла 11 млн һум аҡса биреләсәк. Әле ремонт эштәре башҡарасаҡ подрядчиктарҙы билдәләү буйынса конкурсҡа документтар әҙерләнә. Район мәҙәниәт һарайына төҙөлгәндән алып, йәғни 1994 йылдан бирле, капиталь ремонт үткәрелгәне булмаған. Барлыҡ документ эштәре тамамланып, аҡса күсерелгәс тә, бында ремонт эштәре гөрләй башлаясаҡ.