Все новости
Яңылыҡтар
17 Сентября 2019, 14:16

Яңы баҫмалы булдыҡ

Шайтан йылғаһы аша һалынған баҫма ауылыбыҙ халҡын күптән яфалай ине. Бына яңыраҡ Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатов таҡталар килтертте. Икенсе көнөнә беҙ ауылыбыҙ ир-егеттәре — Миңлехан Үлмәҫбаев, Әмир Ғайсин, Нурулла Ниғмәтуллин, Рәкит Насиров, Илнур Мырҙабаев менән күмәкләшеп баҫманы яңыртып эшләп тә ҡуйҙыҡ. Был баҫма ауыл халҡы өсөн бик кәрәк, сөнки ул булмаһа, кемдәргәлер бик йыраҡтан урап йөрөргә тура килә. Һауынсылар ҙа ошо баҫма аша эшкә йөрөй. Силсәүит башлығы Юнир Сынбулатовҡа һәм ярҙам итеүсе егеттәргә Яҡуп ауылы халҡы исеменән оло рәхмәт әйткем килә.

Әнүрбәк ИСКӘНДӘРОВ

Яҡуп ауылы старостаһы
Читайте нас: