Все новости
Яңылыҡтар
8 Ноября 2019, 14:46

Рәсәйҙә егерменсеһе

Киләһе йылда бар илде мөһим ваҡиға көтә -халыҡ иҫәбен алыу. Яңы ғына булды ла баһа, тип аптырарһығыҙ, бәлки, ғүмер тиҙ үтә, аҙаҡҡы иҫәп алыу 2010 йылда булғайны. Үткән шишәмбе көндө ошо сараға бәйле ултырыш үтте. Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек, ысынында, күптән башланды, уның күҙгә күренмәгән яҡтары күп - мәҫәлән, район ауылдарының урамдарын, йорттарын ҡарап сыҡҡандар. Беҙ ошоңарсы районда 9 меңдән артыҡ йорт бар, тип йөрөй инек, ысынбарлыҡта 8825 икән, улары араһында ла янғаны, ташланғаны бар - 514. Дөрөҫ, яңы төҙөлгән йорттар ҙа ҡушлыған, бындайҙар 128. Көйөргәҙелә һәммәһе 21 859 самаһы халыҡ йәшәй, дөрөҫ, был һандар әлегә күҙҙаллау буйынса. Әле эштәр башланып ҡына тора, теп-теүәл һандарҙы халыҡ иҫәбен алғас белербеҙ. Әле килтерелгән цифраларҙы халыҡ иҫәбен алыу буйынса районға беркетелгән уполномоченный Ю. Хәмиҙуллина әйтте. Район статистика бүлеге етәксеһе Ф. Ғәлиәсҡарова ауыл башлыҡтарына төбәп өндәште: һәр эштә лә һеҙһеҙ булмай, был мөһим сарала ла һеҙҙең ярҙамһыҙ эш бармаясаҡ. Урам исемдәре, йорт һандары яҙылған табличкаларҙы ҡарап сығырға кәрәк.
- Бер урам осона бер табличка ла урам аҙағына йәнә берҙе ҡуйып ҡына ҡуйһаҡ, етмәйме, ату аҡса күп китә, - һәр тиндәрен һанап ултырған ауыл башлыҡтары ошондай һорау бирҙе.
- Юҡ булмай, - тинеләр, - иҫәп алыусы йорттарҙың ҡайһыһы ҡайҙа икәнен бармаҡтары менән иҫәпләп йөрөһөнмө ни.
Урамдар яҡты булырға тейеш, йорт хужаһының эттәре бәйле торорға тейеш.... Һанай башлаһаң, иҫәп алыуға ҡағылышлы ауыл башлыҡтарының эштәре күп. Әйткәндәй, халыҡ иҫәбен алыуҙа госуслуги аша ла ҡатнашырға була, иҫәп алыусы шулай уҡ үҙе менән планшет та йөрөтәсәк, кемделер цифралы итеп кенә иҫәпләйәсәктәр.
Был халыҡ иҫәбен алыу Рәсәй тарихында 20-сеһе. Был юбилейлы сара юғары кимәлдә үтер, бының өсөн ни бары ныҡлап әҙерләнергә генә кәрәк.
Малик ИЛЬЯСОВ
Читайте нас: