Юшатыр
-24 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Яңылыҡтар
2 Января 2020, 09:00

2020 йылда Башҡортостан халҡының тормошонда ниндәй үҙгәрештәр көтөлә

2020 йылда Башҡортостан халҡын үҙгәрештәр көтә – күп кенә яңы закондар ғәмәлгә инәсәк, уларҙың ҡайһы берҙәре 1 ғинуарҙан уҡ ғәмәли көскә эйә буласаҡ. Бөгөнгө яҙмабыҙ – уларҙың иң мөһимдәре хаҡында.Эш хаҡы һәм пенсия арта1 ғинуарҙан Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы арта. Башҡортостанда ул Урал коэффициентын иҫәпкә алып, 13949,5 һум тәшкил итәсәк. Был әлеге ваҡыттағынан бер мең һум тирәһенә күберәк. Хеҙмәт кодексына ярашлы, әгәр кеше ай дауамында тулыһынса эшләп, үҙ бурыстарын теүәл үтәһә, эш биреүсе минималь хеҙмәт хаҡынан кәмерәк түләргә тейеш түгел. Радий Хәбиров билдәләүенсә, бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең дә хеҙмәт хаҡы артасаҡ. Әлеге маҡсатта республика өҫтәмә рәүештә 1,6 миллиард һум бүләсәк.Минималь хеҙмәт хаҡының күләме 13949,5 һум тәшкил итәсәкЭшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсияһы 6,6 процентҡа арта. Күпмегә өҫтәлеүен белеү өсөн әлеге ваҡыттағы сумманы 1,066-ға ҡабатлағыҙ. Тик был артыу пенсия түләүенә генә ҡағыла, йәғни айлыҡ аҡсалата түләүҙәр, йәшәү минимумына тиклемге социаль өҫтәмәләр иҫәпкә алынмай. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта һеҙ 10 мең һум алһағыҙ, 2020 йылда 10660 һум (10000х1,066=10660) аласаҡһығыҙ. Февраль айында айлыҡ аҡсалата түләүҙәр, социаль һәм дәүләт пенсиялары индексацияланасаҡ. Күпмегә икәнлеге әлегә билдәһеҙ. Эшләп йөрөгән пенсионерҙар өсөн 2020 йылдың ғинуарында бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр көтөлмәй. Уларҙың пенсияһы рәсми рәүештә эштән киткәндән һуң ғына ҡайтанан ҡарала. 2020 йылда пенсия йәшен өлөшләтә арттырыу дауам итәсәк. Йыл дауамында 1964 йылдың икенсе яртыһында тыуған ҡатын-ҡыҙҙар (55,5 йәш) һәм 1959 йылдың икенсе яртыһында тыуған ир-егеттәр (60,5 йәш) хаҡлы ялға сыға аласаҡ.Алкоголгә хаҡ артаБелгестәр билдәләүенсә, яңы йылдан шарапҡа, шул иҫәптән шампан шарабына ла, биш-ун процентҡа хаҡ артасаҡ. Был акциз хаҡының артыуына (етештереүселәрҙең эсемлектең һәр литры өсөн түләүенә) бәйле. Шулай уҡ шарап өсөн етештерелгән продукцияға бығаса һалым һалынмай ине. Был хаҡтағы законға Президент Владимир Путин 2019 йылдың сентябрендә ҡул ҡуйҙы.Республика Башлығының башланғысына ярашлы, Башҡортостанда Яңы йыл байрамдары осоронда алкоголь менән сауҙа итеүҙе сикләнеләр. 3 ғинуарҙа иҫерткес эсемлектәр бөтөнләй һатылмаясаҡ, ә 4 ғинуарҙан 6-һына тиклем уны иртәнге 10-дан төшкө 2-гә тиклем генә һатып алыу мөмкин буласаҡ. Был саралар спиртлы эсемлектәр шауҡымында башҡарылған төрлө күңелһеҙ осраҡтарҙы кәметер тип күҙаллана. Белеүегеҙсә, республикабыҙҙа мәктәптәрҙәге «Һуңғы ҡыңғырау» тантанаһы, сығарылыш кисәһе, һабантуй үткән көндәр, 27 июндә билдәләнгән Йәштәр көнө, 1 сентябрь шулай уҡ «айыҡ көндәр» тип иғлан ителде. Әлеге сараларҙың һәм йәшерен рәүештә ялған араҡы, көмөшкә һатыусылар менән көрәштең тәүге һөҙөмтәләре лә күренде: йыл дауамында алкоголдән ағыуланып үлеүселәр һаны йөҙ кешегә кәмерәк булды.Ҡайһы бер кешеләрҙе һалымдан азат итәсәктәрҺалым түләүсе граждандар өсөн киләһе йылда әллә ни ҙур үҙгәрештәр көтөлмәй. Барлыҡ ставкалар элеккесә ҡала. Берҙән-бер яңылыҡ – 2020 йылда дүрт йыл ғәмәлдә булған милек килеменә «ташламалар» тамамлана. 2019 йылда ул 20 процент тәшкил иткәйне. Әгәр бығаса фатир өсөн 500 һум һалым түләһәгеҙ, хәҙер ул 600 һум буласаҡ. Яңы нормаларға ярашлы, ер һалымы үткән йыл кимәленә ҡарата 10 проценттан да күберәккә арта алмай. Яңы йылдан студенттар, курсанттар, ординаторҙар, ассистент-стажерҙар, адъюнктар һәм аспиранттар матди ярҙам алған осраҡта йән башынан тейеш һалымды түләмәйәсәк, әммә аҡсалата ярҙамдың суммаһы йылына дүрт мең һумдан артмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күреүселәр һәм уларға фатир биреүселәр ҙә (фатирҙың ҡуртым хаҡын бюджет түләгән осраҡта) физик шәхестәрҙең килеменә һалымдан (ай һайын эш хаҡынан тотолған 13 процент) азат ителә. Үткән һандарҙың береһендә һөйләүебеҙсә, Владимир Путин ҡул ҡуйған законға ярашлы, Башҡортостанда тәжрибә рәүешендә үҙмәшғүллек менән шөғөлләнеүселәргә һалым индерелә. 2020 йылдың 1 ғинуарынан кеше ялламайынса, йәғни үҙ көсө менән нимәлер етештергән йәки хеҙмәттәр күрһәткән бәләкәй эшҡыуарҙар ябай ғына ысул менән эшмәкәрлеген рәсмиләштереп, төрлө отчеттарҙан, һалым тикшереүҙәренән ҡурҡмай эшләй ала. Һалым күләме ни бары 4-6 процент. Был ҡуртымға фатир биреүселәр, торт бешереүселәр, маникюр яһаусылар өсөн бик ҡулай алым.Льготалар күберәк буласаҡБеренсенән, 2020 йылдың 1 ғинуарынан Әсәлек капиталы индексацияланып, 3,8 процентҡа артасаҡ. Уның күләме 466 617 һум тәшкил итәсәк.Икенсенән, Башҡортостанда 23 йәшкә тиклемге һигеҙ балаһы булған ғаиләләргә 600 мең һум күләмдә сертификат бирелә башлаясаҡ. Алдан иҫәпләүҙәргә ярашлы, киләһе йылда был ярҙамды 132 ғаилә алыуы ихтимал. Өсөнсөнән, балалар баҡсаһы өсөн түләүгә ташлама, килем кимәленә ҡарамай, бөтә ғаиләләргә лә биреләсәк. Белеүегеҙсә, уны быға тиклем килеме йәшәү минимумынан бер ярым тапҡырға артмаған ғаиләләргә генә түләү тураһында һүҙ алып барылғайны. Беренсе балаға тәғәйен компенсация уртаса түләүҙең – 20 процентына, икенсе сабыйға – 50 процентҡа, өсөнсө һәм артабанғыһына 70 процент тирәһенә тиң буласаҡ.Тағы ла нимәләр үҙгәрәсәкВокзалдарҙағы бәҙрәфтәр бушлай буласаҡ1 ғинуарҙан поезд пассажирҙары, уларҙы оҙатыусылар һәм ҡаршы алыусылар вокзалдағы бәҙрәф менән бушлай ҡулланасаҡ. Был ҡағиҙә алыҫ араға йөрөгән поездарҙы хеҙмәтләндергән вокзалдарға ҡағыла.Электрон хеҙмәт кенәгәләре барлыҡҡа киләсәк1 ғинуарҙан Рәсәйҙә электрон хеҙмәт кенәгәһе тураһында закон ғәмәлгә инә. Бынан һуң эш биреүселәр хеҙмәт стажы тураһында мәғлүмәтте Пенсия фондына почта аша түгел, ә онлайн режимда ебәрәсәк. Яңы алымға күсеү-күсмәүҙе һәр кем үҙаллы хәл итә. 2021 йылдан рәсми рәүештә эш башлаусылар тик электрон хеҙмәт кенәгәһе менән ҡулланасаҡ.Интернет-магазиндағы һатып алыуҙарға һалымдар2020 йылдың башынан сит ил интернет-магазиндарынан тауар һатып алыу ҡағиҙәләре үҙгәрә. Бығаса 500 евронан (34 мең һум) ҡиммәтерәк һатып алыуҙар өсөн һалым түләнһә, хәҙер был сик 200 евро (13700 һум) тәшкил итә. Әммә һалым күләме кәметелде: элек ул 30 процент булһа, хәҙер – 15 процент. Пошлинаһыҙ посылкаларҙың ауырлығы 31 килограмдан артмаҫҡа тейеш. Һәр артыҡ килограмм өсөн ике евро түләргә тура киләсәк.

2020 йылда Башҡортостан халҡын үҙгәрештәр көтә – күп кенә яңы закондар ғәмәлгә инәсәк, уларҙың ҡайһы берҙәре 1 ғинуарҙан уҡ ғәмәли көскә эйә буласаҡ. Бөгөнгө яҙмабыҙ – уларҙың иң мөһимдәре хаҡында.

Эш хаҡы һәм пенсия арта
1 ғинуарҙан Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы арта. Башҡортостанда ул Урал коэффициентын иҫәпкә алып, 13949,5 һум тәшкил итәсәк. Был әлеге ваҡыттағынан бер мең һум тирәһенә күберәк. Хеҙмәт кодексына ярашлы, әгәр кеше ай дауамында тулыһынса эшләп, үҙ бурыстарын теүәл үтәһә, эш биреүсе минималь хеҙмәт хаҡынан кәмерәк түләргә тейеш түгел. Радий Хәбиров билдәләүенсә, бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең дә хеҙмәт хаҡы артасаҡ. Әлеге маҡсатта республика өҫтәмә рәүештә 1,6 миллиард һум бүләсәк.
Минималь хеҙмәт хаҡының күләме
13949,5 һум тәшкил итәсәк

Эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсияһы 6,6 процентҡа арта. Күпмегә өҫтәлеүен белеү өсөн әлеге ваҡыттағы сумманы 1,066-ға ҡабатлағыҙ. Тик был артыу пенсия түләүенә генә ҡағыла, йәғни айлыҡ аҡсалата түләүҙәр, йәшәү минимумына тиклемге социаль өҫтәмәләр иҫәпкә алынмай. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта һеҙ 10 мең һум алһағыҙ, 2020 йылда 10660 һум (10000х1,066=10660) аласаҡһығыҙ.
Февраль айында айлыҡ аҡсалата түләүҙәр, социаль һәм дәүләт пенсиялары индексацияланасаҡ. Күпмегә икәнлеге әлегә билдәһеҙ. Эшләп йөрөгән пенсионерҙар өсөн 2020 йылдың ғинуарында бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр көтөлмәй. Уларҙың пенсияһы рәсми рәүештә эштән киткәндән һуң ғына ҡайтанан ҡарала.
2020 йылда пенсия йәшен өлөшләтә арттырыу дауам итәсәк. Йыл дауамында 1964 йылдың икенсе яртыһында тыуған ҡатын-ҡыҙҙар (55,5 йәш) һәм 1959 йылдың икенсе яртыһында тыуған ир-егеттәр (60,5 йәш) хаҡлы ялға сыға аласаҡ.
Алкоголгә хаҡ арта
Белгестәр билдәләүенсә, яңы йылдан шарапҡа, шул иҫәптән шампан шарабына ла, биш-ун процентҡа хаҡ артасаҡ. Был акциз хаҡының артыуына (етештереүселәрҙең эсемлектең һәр литры өсөн түләүенә) бәйле. Шулай уҡ шарап өсөн етештерелгән продукцияға бығаса һалым һалынмай ине. Был хаҡтағы законға Президент Владимир Путин 2019 йылдың сентябрендә ҡул ҡуйҙы.
Республика Башлығының башланғысына ярашлы, Башҡортостанда Яңы йыл байрамдары осоронда алкоголь менән сауҙа итеүҙе сикләнеләр. 3 ғинуарҙа иҫерткес эсемлектәр бөтөнләй һатылмаясаҡ, ә 4 ғинуарҙан 6-һына тиклем уны иртәнге 10-дан төшкө 2-гә тиклем генә һатып алыу мөмкин буласаҡ. Был саралар спиртлы эсемлектәр шауҡымында башҡарылған төрлө күңелһеҙ осраҡтарҙы кәметер тип күҙаллана. Белеүегеҙсә, республикабыҙҙа мәктәптәрҙәге «Һуңғы ҡыңғырау» тантанаһы, сығарылыш кисәһе, һабантуй үткән көндәр, 27 июндә билдәләнгән Йәштәр көнө, 1 сентябрь шулай уҡ «айыҡ көндәр» тип иғлан ителде. Әлеге сараларҙың һәм йәшерен рәүештә ялған араҡы, көмөшкә һатыусылар менән көрәштең тәүге һөҙөмтәләре лә күренде: йыл дауамында алкоголдән ағыуланып үлеүселәр һаны йөҙ кешегә кәмерәк булды.

Ҡайһы бер кешеләрҙе һалымдан азат итәсәктәр
Һалым түләүсе граждандар өсөн киләһе йылда әллә ни ҙур үҙгәрештәр көтөлмәй. Барлыҡ ставкалар элеккесә ҡала. Берҙән-бер яңылыҡ – 2020 йылда дүрт йыл ғәмәлдә булған милек килеменә «ташламалар» тамамлана. 2019 йылда ул 20 процент тәшкил иткәйне. Әгәр бығаса фатир өсөн 500 һум һалым түләһәгеҙ, хәҙер ул 600 һум буласаҡ. Яңы нормаларға ярашлы, ер һалымы үткән йыл кимәленә ҡарата 10 проценттан да күберәккә арта алмай.
Яңы йылдан студенттар, курсанттар, ординаторҙар, ассистент-стажерҙар, адъюнктар һәм аспиранттар матди ярҙам алған осраҡта йән башынан тейеш һалымды түләмәйәсәк, әммә аҡсалата ярҙамдың суммаһы йылына дүрт мең һумдан артмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күреүселәр һәм уларға фатир биреүселәр ҙә (фатирҙың ҡуртым хаҡын бюджет түләгән осраҡта) физик шәхестәрҙең килеменә һалымдан (ай һайын эш хаҡынан тотолған 13 процент) азат ителә.
Үткән һандарҙың береһендә һөйләүебеҙсә, Владимир Путин ҡул ҡуйған законға ярашлы, Башҡортостанда тәжрибә рәүешендә үҙмәшғүллек менән шөғөлләнеүселәргә һалым индерелә. 2020 йылдың 1 ғинуарынан кеше ялламайынса, йәғни үҙ көсө менән нимәлер етештергән йәки хеҙмәттәр күрһәткән бәләкәй эшҡыуарҙар ябай ғына ысул менән эшмәкәрлеген рәсмиләштереп, төрлө отчеттарҙан, һалым тикшереүҙәренән ҡурҡмай эшләй ала. Һалым күләме ни бары 4-6 процент. Был ҡуртымға фатир биреүселәр, торт бешереүселәр, маникюр яһаусылар өсөн бик ҡулай алым.
Льготалар күберәк буласаҡ
Беренсенән, 2020 йылдың 1 ғинуарынан Әсәлек капиталы индексацияланып, 3,8 процентҡа артасаҡ. Уның күләме 466 617 һум тәшкил итәсәк.
Икенсенән, Башҡортостанда 23 йәшкә тиклемге һигеҙ балаһы булған ғаиләләргә 600 мең һум күләмдә сертификат бирелә башлаясаҡ. Алдан иҫәпләүҙәргә ярашлы, киләһе йылда был ярҙамды 132 ғаилә алыуы ихтимал.
Өсөнсөнән, балалар баҡсаһы өсөн түләүгә ташлама, килем кимәленә ҡарамай, бөтә ғаиләләргә лә биреләсәк. Белеүегеҙсә, уны быға тиклем килеме йәшәү минимумынан бер ярым тапҡырға артмаған ғаиләләргә генә түләү тураһында һүҙ алып барылғайны. Беренсе балаға тәғәйен компенсация уртаса түләүҙең – 20 процентына, икенсе сабыйға – 50 процентҡа, өсөнсө һәм артабанғыһына 70 процент тирәһенә тиң буласаҡ.
Тағы ла нимәләр үҙгәрәсәк
Вокзалдарҙағы бәҙрәфтәр бушлай буласаҡ
1 ғинуарҙан поезд пассажирҙары, уларҙы оҙатыусылар һәм ҡаршы алыусылар вокзалдағы бәҙрәф менән бушлай ҡулланасаҡ. Был ҡағиҙә алыҫ араға йөрөгән поездарҙы хеҙмәтләндергән вокзалдарға ҡағыла.
Электрон хеҙмәт кенәгәләре барлыҡҡа киләсәк
1 ғинуарҙан Рәсәйҙә электрон хеҙмәт кенәгәһе тураһында закон ғәмәлгә инә. Бынан һуң эш биреүселәр хеҙмәт стажы тураһында мәғлүмәтте Пенсия фондына почта аша түгел, ә онлайн режимда ебәрәсәк. Яңы алымға күсеү-күсмәүҙе һәр кем үҙаллы хәл итә. 2021 йылдан рәсми рәүештә эш башлаусылар тик электрон хеҙмәт кенәгәһе менән ҡулланасаҡ.
Интернет-магазиндағы һатып алыуҙарға һалымдар
2020 йылдың башынан сит ил интернет-магазиндарынан тауар һатып алыу ҡағиҙәләре үҙгәрә. Бығаса 500 евронан (34 мең һум) ҡиммәтерәк һатып алыуҙар өсөн һалым түләнһә, хәҙер был сик 200 евро (13700 һум) тәшкил итә. Әммә һалым күләме кәметелде: элек ул 30 процент булһа, хәҙер – 15 процент. Пошлинаһыҙ посылкаларҙың ауырлығы 31 килограмдан артмаҫҡа тейеш. Һәр артыҡ килограмм өсөн ике евро түләргә тура киләсәк.
Читайте нас в