Все новости
Яңылыҡтар
10 Января 2020, 12:25

ЯҢЫ ЙЫЛ - ЯҢЫ ҠАНУНДАР

Үҙгәрештәр

Республикала күп балалы ғаиләләргә түләүҙәр тәртибе үҙгәртелде
2020 йылдың 1 ғинуарынан 2017 йылдың 31 декабренән һуң тыуған һәр өсөнсө йәки артабанғы балаға өс йәшкәсә аҡса түләү тәртибе үҙгәрә. Әйтәйек, түләү тәғәйенләү өсөн ғаиләнең йән башына уртаса килеме йылдың II кварталында Башҡортостанда эшкә һәләтле халыҡ өсөн билдәләнгән ике йәшәү минимумы дәүмәленә тиклем арттырыла. Беҙҙең республикала йәшәгәндәр өсөн был сумма 10 434 һумға тиң, тип хәбәр итә ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенә һылтанма менән.
Хәҙер социаль ярҙамдың был төрөнә йән башына уртаса килеме 20 868 һумдан (эшкә һәләтле йәштәге халыҡ өсөн икеләтә йәшәү минимумы дәүмәле) артмаған ғаиләләр хоҡуҡлы, йәки биш кешенән торған ғаиләгә айына 104340 һумдан артмаҫҡа тейеш.
Түләүҙәр күләме элеккесә ҡала — 8993 һум.

1 ғинуарҙан льготалы автокредитлау программаһы тергеҙелә
Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы 2020 йылдың 1 ғинуарынан «Ғаилә автомобиле» һәм «Беренсе автомобиль» льготалы автокредитлау программаларын тергеҙә, тип хәбәр итә ТАСС. 2020 йылға субсидияларҙың дөйөм күләме — 5 миллиард һум.
Заемсылар өсөн шарттар шул уҡ. Льготалы автокредитлау программалары сиктәрендә автомобиль хаҡынан 10% күләмендә ташлама тәҡдим ителә. Ул кредит буйынса тәүге взнос түләү өсөн ташлама рәүешендә рәсмиләштерелә, ә финанс ойошмаларына алып еткерелмәгән килем федераль ҡаҙнанан компенсациялана.
2019 йылда льготалы автокредитлау программаларына 9,4 миллиард һум бүленде (июлдә министрлыҡ өҫтәмә рәүештә 6 миллиард һум бүлде). Быйыл 10 айҙа льготалы автокредитлау программалары буйынса 100 меңдән ашыу машина һатылды. 2018 йыл йомғаҡтары буйынса – 99,5 мең автомобиль, тип хәбәр итә агентлыҡ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына һылтанма менән.

1 ғинуарҙан кредиттар буйынса бурыстың максималь күләмен сикләйҙәр
1 ғинуарҙан Рәсәйҙә сикке бурысты сикләүҙең һуңғы этабы үҙ көсөнә инде. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, бер йылға алынған ссудалар буйынса проценттарҙың максималь күләме бурыстан 1,5 тапҡырға артырға тейеш түгел, тип хәбәр итә RT на русском.
Яңы сикләү пеняларға һәм штрафтарға ла ҡағыла.
Эксперттар һүҙҙәренсә, бынан алда ҡабул ителгән сикләүҙәр баҙарҙа уйынсылар һанын кәметеүгә һәм заемсыларҙың кредитҡа һәләтле булыуын баһалауҙы көсәйтеүгә килтерҙе.
30 декабрҙә Үҙәк банкта 2019 йылдың 1 декабренә ипотека буйынса уртаса ставканың 0,21 процент пунктына — йылына 9,19% тиклем төшөүен хәбәр иттеләр.
Читайте нас: