Юшатыр
-30 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Яңылыҡтар
11 Февраля 2020, 11:05

Федераль таможня һөҙөмтәләрҙе барланы

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#Федераль таможня хеҙмәте 2019 йылда агросәнәғәт комплексы продукцияларын экспортҡа оҙатыу буйынса һөҙөмтәләрҙе барланы.

Федераль таможня хеҙмәте 2019 йылда агросәнәғәт комплексы продукцияларын экспортҡа оҙатыу буйынса һөҙөмтәләрҙе барланы.
Республика күрһәткестәре билдәләнгән күләмдән шаҡтай күп. Мәҫәлән, былтыр 112,2 миллион доллар продукция ситкә һатылған, был төбәк проекты паспортында ҡабул ителгән пландан (91 миллион доллар) күпкә артыҡ.
Әйткәндәй, 2018 йылда республиканан 76 миллион доллар күләмендә АСП-һы экспортҡа йүнәлтелгән. Ул ваҡытта уның һиҙелерлек өлөшөн иген культуралары тәшкил иткән. Былтыр иһә күпселекте май продукцияһы (44 процент) биләгән – 36 миллион доллар күләмендә һатылған. Был унан алдағы йылдан 17,3 миллион долларға күберәк. Былтыр шулай уҡ шәкәр һәм унан етештерелгән аҙыҡ күләме 10,4 миллион долларға артҡан. Ә бына иген культураларын һатыу 19 миллион долларға кәмегән.
Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара ооперация һәм экспорт” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”.
"Башҡортостан".
Читайте нас в