Республика халыҡтар ижады үҙәгенең директоры Артур Әлибаев әйтеүенә ҡарағанда, 20-31 июлдә фестиваль саралары республиканың барлыҡ райондарында ла үтәсәк. Башҡортостан 10 фестиваль төбәгенә бүленгән, 10-сыһы – Өфө. Һәр төбәккә 7-нән алып 10-ға тиклем ил вәкилдәре киләсәк. Һәр ҡабул итеүсе район оҙатып йөрөүсе төркөм әҙерләй. Унда кураторҙар һәм тәржемәселәр инә.