Благовещен ҡалаһында республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең “RAILGO” транспорт-экспедитор команияһы вәкиле Рахман Хәлилов етештереү майҙансығын асыу тантанаһында ҡатнашты. Яңы предприятие йөк вагондары өсөн тәгәрмәстәрҙе капиталь ремонтлауға махсуслашасаҡ икән.
– Һеҙгә күтәренке кәйеф менән килдем. Еңел булмаған заманда йәшәйбеҙ, бөтә ерҙә лә етештереү кәмей, тиҙәр. Ә беҙ республикала яңы предприятие асабыҙ, 200 яңы эш урыны булдырабыҙ. Компания киләсәктә лә Башҡортостанға инвестициялар һалыр, тип килештек. Бөгөн беренсе сиратты сафҡа индерәбеҙ, икенсеһе лә буласаҡ. Был - социаль шарттар булдырылған заманса предприятие. Мәҫәлән, бында уртаса хеҙмәт хаҡы 42 мең һум тәшкил итә, – тине Радий Фәрит улы.
“Благовещен” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә айына 1 600 тәгәрмәсте ремонтлау ҡеүәтенә эйә булған вагон ремонтлау оҫтаханаларын асыу проекты ике этаптан тора. Дөйөм инвестиция күләме 314 миллион һум тәшкил итә. Тәүге этапҡа ярашлы, компания цехты яңырта һәм йыһазландыра, эшселәр өсөн бина әҙерләй, шулай уҡ әҙер продукцияны һаҡлау биләмәһен төҙөкләндерә.
"Башҡортостан".
Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.