Все новости
Яңылыҡтар
26 Марта 2020, 10:49

Йәш белгестәр ситкә китмәйәсәк

Башҡортостанда “Фән” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Президенты Владимир Путин әйтеүенсә, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу, белем сифатын күтәреү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.
Башҡортостанда “Фән” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Ғалимдар Өфө ҡалаһын Математика үҙәге итеп күрә. Милли проект нигеҙендә Башҡорт дәүләт университетында донъя кимәлендәге математика үҙәген төҙөү эш планына ингән.
Математика фәндәре кандидаты Айһылыу Вәлишинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, беҙҙә ҙур фән үҙәгенең асылыуы күп уй-хыялдарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк. Тимәк, ғилем тауына үрмәләүселәрҙең, йәш ғалимдарҙың ситкә ағылыуы туҡтаясаҡ.
Бер быуаттан ашыу тарихы булған Башҡорт дәүләт университеты академик С.П. Королев исемендәге Һамар милли тикшеренеүҙәр университеты һәм Ҡазан федераль университеты менән берлектә Волга буйы федераль округында Халыҡ-ара математика үҙәге төҙөйәсәк. Күптән түгел юғары уҡыу йорттарының проект өҫтөндә эшләү өсөн консорциум төҙөү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйыуы билдәле булды.
– Бынан ары бик күп сетерекле мәсьәләләр хәл ителәсәк, – тип белдерҙеләр Өфөләге юғары уҡыу йортонда. – Мәҫәлән, фән менән бәйле халыҡ-ара саралар ойоштороласаҡ, тикшеренеү-эҙләнеү программалары “икенсе һулыш” аласаҡ, бигерәк тә йәш ғалимдар яңы асыштарға ынтыласаҡ.
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас: