Все новости
Яңылыҡтар
30 Марта 2020, 11:18

Башҡортостанда йыл һайын “Йыл экспортеры” конкурсы уҙғарыла.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Был конкурс үҙҙәре етештергән әҙер продукцияны һәм хеҙмәттәрен экспортлаған республика компаниялары һәм шәхси эшҡыуарҙары, Башҡортостан резиденттары араһында уҙғарыла. Сара йомғаҡтары буйынса 11 номинацияла 11 еңеүсе билдәләнә. Һөҙөмтәләр быйыл 17 июндә Өфөлә үтәсәк III “Экспортларға ваҡыт” форумында иғлан ителә.
Конкурс республика етештереүселәре тауарының тышҡы баҙарҙарҙа конкурентлыҡ ҡеүәһен һәм экспорт эшенең абруйын арттырыуға, уларҙың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеген баһалауға йүнәлтелә. Был сара Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән ғәмәлгә индерелгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын, “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү”, “Башҡортостан Республикаһында хеҙмәттәр экспортын үҫтереү” төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу программаһының бер өлөшөн тәшкил итә.
"Башҡортостан".

Фото: redak-dobroe.ru
Читайте нас: