Шанлы туҡһанынсы йылдар артта ҡалды тиһәләр ҙә, Көйөргәҙе районы һаман шул болалы заманда йәшәй ахры. Кисә Яңы Морапталдағы Ләйлә кафеһында халыҡ ял итә (коронавирус ҡына беҙҙе туҡтата, өйҙә бикләп тота аламы ни, кафела халыҡ күп булған тиҙәр). 20 һәм 22 йәшлек ике егет араһында нимә булғандыр, береһе икенсеһенә травматик пистолеттан ата. Пулялар эләккән Ырымбур өлкәһе егете Күмертауға дауаханаға килә. Килә лә, яңғылыш үҙемә үҙем аттым, ти. Полицияла һәр нәмәне шиккә һала торғандар эшләй, егеткә ышанмайҙар. Хоҡуҡ органдары хаҡлы булып сыға: Ырымбур кешеһенә Күмертауҙа йәшәгән 22 йәшлек егет атҡан икәне асыҡлана. Пистолетлы әҙәмде шунда уҡ тоталар. Ул үҙ ғәйебен таныған.