Все новости
Яңылыҡтар
8 Апреля 2020, 11:01

Өс йәшкә тиклемге балаға – биш мең

Рәсәй Президенты Владимир Путин балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам тураһында Указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам тураһында Указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.
Документҡа ярашлы, әсәлек капиталына хоҡуғы булған ғаилә апрель – июнь айҙарында өс йәшкә тиклем һәр балаға 5 мең һум күләмендә өҫтәмә түләү ала. Уны 1 октябргә тиклем юлларға мөмкин. Был аҡса башҡа социаль ярҙам сараларын хисаплағанда иҫәпкә алынмай. Түләүҙе Пенсия фонды атҡара.
Читайте нас: