Все новости
Яңылыҡтар
30 Апреля 2020, 13:06

КАРАНТИН ШАРТТАРЫНДА ЭШЛӘҮСЕЛӘР ӨСӨН ТҮЛӘМ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль хеҙмәтләндереү, граждандар тәүлек әйләнәһенә көн күргән мәғариф учреждениеларының, шулай уҡ Республика махсуслаштырылған бала йортоноң айырым хеҙмәткәрҙәренә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе билдәләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.#COVID19 #CoronaUpdate #карантин

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль хеҙмәтләндереү, граждандар тәүлек әйләнәһенә көн күргән мәғариф учреждениеларының, шулай уҡ Республика махсуслаштырылған бала йортоноң айырым хеҙмәткәрҙәренә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе билдәләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, был аҡса карантин йәки автономиялы эш тәртибе (изоляция) шарттарындағы социаль учреждениела 14 көн дауамында эшмәкәрлеген туранан-тура дауам иткән хеҙмәткәрҙәргә түләнә:
11 апрелдән – Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы дәүләт социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларында;
20 апрелдән – республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы уҡыусылар тәүлек әйләнәһенә йәшәгән дәүләт учреждениеларында;
21 апрелдән – Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы Республика махсуслаштырылған бала йортонда.
Административ-идара итеү персоналы һәм социаль, белем биреү, медицина хеҙмәте күрһәткән хеҙмәткәрҙәр – 15-әр мең һум, хеҙмәт күрһәтеү өсөн шарттар тыуҙырған хеҙмәткәрҙәр бишәр мең һум ала. Социаль учреждениела коронавирус сире йоҡтороу осраҡтары булһа, бөтә хеҙмәткәрҙәргә лә 25-әр мең һум түләнә. Шул уҡ ваҡытта был аҡсаға махсус климат шарттары булған урындарҙа эшләгән өсөн район коэффициенты өҫтәлә.
Читайте нас: