Кисә энергетика тармағын үҫтереүгә арналған видеоконференция барышында Президент Владимир Путин шулай тине, тип хәбәр итә “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы.
Бындай хәүефтең урынлы икәнен яҡшы беләбеҙ. Сөнки беҙҙең илдә нефткә хаҡтар төшкән хәлдә лә, нишләптер бензинға, яғыулыҡтың башҡа төрҙәренә ғәҙәттә ул күтәрелә.
Ил етәксеһе, яғыулыҡ-энергетика комплексының тотороҡло хәленә тотош иҡдисаттың көйлө эшләүе бәйле, шуға ла эске баҙарҙа яғыулыҡҡа, электр энергияһына ҡытлыҡ булырға тейеш түгел, тип киҫәтте.