Юшатыр
-16 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Яңылыҡтар
14 Мая 2020, 14:50

РЕСПУБЛИКА БАШЛЫҒЫ БЕРЕНСЕ КАНАЛДА НИМӘ ТИНЕ?

Кисә, 13 майҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беренсе каналдағы “Док-Ток” шоуында республикала үҙҡурсаланыу режимы йомшартылыуы, кешеләргә урамда иркенләп йөрөү мөмкинлеге бирелеүе хаҡында һөйләне.#самоизоляция #смягчение #режим #коронавирус

Кисә, 13 майҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беренсе каналдағы “Док-Ток” шоуында республикала үҙҡурсаланыу режимы йомшартылыуы, кешеләргә урамда иркенләп йөрөү мөмкинлеге бирелеүе хаҡында һөйләне.
– Үҙ аллы изоляция, карантин саралары беҙгә мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә ваҡыт бирҙе. Беренсенән, медицина тармағын ошо хәлгә әҙерләнек. Әлеге мәлдә инфекциялы сирлеләр өсөн әҙерләнгән өс мең урындан ашыу булған фондтың 32 процент самаһы ғына файҙаланыла. Фондтың 70 проценты ауыр хәлдәге сирлеләрҙе ҡабул итергә әҙер. Унан тыш, ике аҙнанан, 27 майҙа, беҙ тиҙ арала – ике айҙа төҙөлөп бөткән 500 урынлыҡ инфекция үҙәген сафҡа индерәсәкбеҙ. Госпиталь тулыһынса заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған: компьютер томографияһынан башлап үпкәне яһалма елләтеү аппараттарына тиклем.
Икенсенән, беҙ тестар һанын даими арттырабыҙ. Әлеге ваҡытта уларҙың дөйөм күләме буйынса Рәсәйҙә 5-6-сы урында булһаҡ, Волга буйы федераль округында - беренсе урындабыҙ. Шуға күрә сирлеләрҙе асыҡлау күрһәткесе лә ярайһы юғары. Унан тыш, сирлеләр менән бәйләнештә булғандар өйҙә ултырһын һәм инфекция таратмаһын өсөн дә тырыштыҡ. Бының өсөн уларға күҙәтеү ойошторҙоҡ.
Шулай уҡ сирләп йүнәлгән кешеләрҙең ҡан плазмаһын башҡа ауырыуҙарға ҡойоу ғәмәлен тормошҡа ашыра башланыҡ. Мәҫәлән, ошоға бәйле кисә бер ауыр хәлдәге табипты үпкәне яһалма елләтеү аппаратынан алдыҡ.
Беҙ режимды йомшартырға ҡарар иттек: медицина әҙерлегенә ҡарап, иң мөһиме – табиптарҙың әҙерлеген баһалап. Коронавирус менән көрәштә инфекционистар ғына түгел, башҡа йүнәлешле табиптар ҙа ҡатнаша, - тип билдәләне Радий Фәрит улы.
“Һеҙҙең Республика клиник дауаханаһы карантинға ябылған ваҡытта изоляцияла булған баш табипҡа сәләм. Был табиптарға теләктәшлек менән эшләнгәндер, тип уйлайым. Барыһына ла ҙур сәләм һәм рәхмәт, барыһы ла инде өйҙәлер тип өмөтләнәм”, – тине программаны алып барыусыларҙың береһе, медицина фәндәре докторы Елена Малышева.
Читайте нас в