Все новости
Яңылыҡтар
31 Мая 2020, 12:00

Башҡортостан ғаиләләренә яңы түләүҙәр. Кем күпме аласаҡ

1 июндә беҙ иң боронғо халыҡ-ара байрамдарҙың береһен – Балаларҙы яҡлау көнөн билдәләйбеҙ. Коронавирус эпидемияһы башланғанға тиклем үк, Владимир Путин балалы ғаиләләрҙе яҡлауға йүнәлтелгән яңы саралар тураһында иғлан иткәйне. Улар яңы тыуған сабыйҙарҙан алып ҙурайған балаларға тиклем ҡағылды. Быйыл бына ниндәй башланғыстар ғәмәлгә индерелде.#соцподдержка #помощьСемьям

1 июндә беҙ иң боронғо халыҡ-ара байрамдарҙың береһен – Балаларҙы яҡлау көнөн билдәләйбеҙ. Коронавирус эпидемияһы башланғанға тиклем үк, Владимир Путин балалы ғаиләләрҙе яҡлауға йүнәлтелгән яңы саралар тураһында иғлан иткәйне. Улар яңы тыуған сабыйҙарҙан алып ҙурайған балаларға тиклем ҡағылды. Быйыл бына ниндәй башланғыстар ғәмәлгә индерелде.
1. Яңыса Әсәлек капиталы
С2020 йылдан беренсе бала тыуғанда уҡ 466 мең һум алырға мөмкин, ә ғаиләлә икенсе сабый тыуһа, тағы 150 мең һум өҫтәп бирелә. Әгәр һеҙҙең бер балағыҙ булһа, икенсеһен тапҡан осраҡта, Әсәлек капиталын тулыһынса, йәғни 616617 һум килеш аласаҡһығыҙ. Программа 2026 йылға тиклем эшләй.
Бының өсөн Күп функциялы үҙәккә (алдан яҙылыу шарт), Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә кәрәк йәки «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша эш итергә мөмкин.
2. Балалар өсөн яңы түләүҙәр
- Эшһеҙ ата-әсәгә декрет отпускыһы осоронда балаһына 1,5 йәш тулғансы пособие түләнә. Башҡортостанда 2020 йылдың июненән уның күләме 3375 һумдан 7764 һумғаса арттырыла. Бының өсөн ғариза яҙырға кәрәкмәй, ҡайтанан иҫәпләү автоматик рәүештә башҡарыла.
- Йән башына килеме ике йәшәү минимумынан артмаған ғаиләләр (бер кешегә айына яҡынса 20800 һум) 2020 йылдың ғинуарынан өс йәшкә тиклемге беренсе һәм икенсе балаларына ай һайын 9600 һум түләү алыуға хоҡуҡлы (бығаса был түләү 1,5 йәшкә тиклем ине).
- Ата-әсәһенең килеменә ҡарамайынса, өс йәшкә тиклемге һәр балаға (2017 йылдың 1 апреленән 2020 йылдың 30 июненә тиклем тыуғандар) апрель, май һәм июнь өсөн 5000 һум түләнәсәк. Ғаризаны 2020 йылдың 1 октябренә тиклем «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша яҙырға йәки Пенсия фонды бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә. Белешмәләр өсөн телефон:
8 (347) 229-71-36.
- Йән башына килеме 9804 һумдан аҙыраҡ булған ғаиләләрҙәге өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға ай һайын 4894,5 һум түләү ҡаралған. Баланың йәше айҙың көнө буйынса иҫәпләнә. Әгәр һеҙҙең балағыҙға 1 июндә өс йәш тулһа, ул ай өсөн аҡса түләнәсәк. Июнь айында ғаиләләр 2020 йылдың алты айы өсөн бер ыңғай аҡса аласаҡ, был һәр балаға яҡынса 30 мең һум тигән һүҙ.
Шуны белеү мөһим: әлеге түләүҙе алыу өсөн ғаиләнең 16 йәштән өлкән бөтә ағзалары ла уҡырға йәки эшләргә тейеш. Иҫкәрмә – инвалидтар, инвалид балалар һәм уларҙы ҡараған кешеләр, йөклө ҡатындар (20 аҙнанан һуң), рәсми эшһеҙҙәр, ауылда йәшәгән күп балалы ғаиләнең эшкә яраҡлы ағзалары.
Ғаризаны «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы йәки почта аша, Күп функциялы үҙәктәрҙә, Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгендә бирергә мөмкин. Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 282-46-81,
8 (347) 282-07-19.
- Өс йәштән 15 йәшкә тиклемге балаларға (2004 йылдың 11 майынан 2017 йылдың 30 июненә тиклем тыуғандар), ата-әсәһенең килеменә ҡарамайынса, бер тапҡыр 10 мең һум бирелә. Ғаризаны 2020 йылдың 1 октябренә тиклем «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша яҙырға. Яҡын арала был хеҙмәт Пенсия фонды бүлексәләрендә һәм Күп функциялы үҙәктәрҙә лә күрһәтелә башлаясаҡ. Белешмәләр өсөн телефон:
8 (347) 229-71-36.
- Әгәр кеше ағымдағы йылдың 1 мартынан һуң хеҙмәт урынын юғалтып, рәсми рәүештә эшһеҙ булараҡ теркәлһә, 13949 һумға тиң пособиенан тыш, һәр бәлиғ булмаған балаһына өс мең һум түләнә.
3. Ипотеканы түләүгә ярҙам
Өсөнсө бала тыуған осраҡта дәүләт ипотека кредитының 450 мең һумын ҡаплай. Документтарҙы ипотека юллаған банкка тапшырырға кәрәк. Был ярҙам бер генә тапҡыр күрһәтелә. Мәҫәлән, ғаилә 2020 йылдың июнендә өсөнсө бала өсөн 450 мең һум аҡсалата ярҙам алһа, 2022 йылда дүртенсе бала тыуған осраҡта бындай ярҙамға тағы берҙе өмөт итә алмай.
Шулай уҡ ипотека 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2020 йылдың 1 апреленә тиклем алынған осраҡта, күп балалы ғаиләләргә, инвалид бала тәрбиәләүселәргә, инвалидтарға, яңғыҙ атайға йәки әсәйгә, 2020 йылдың 15 мартынан 1 июненә тиклем хеҙмәт урынын юғалтҡан эшһеҙҙәргә ипотеканы түләү өсөн 100 мең һумлыҡ субсидия биреү ҡаралған. Ғариза менән ипотека юллаған банкка мөрәжәғәт итергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 218-17-49,
8 (347) 218-17-42.
Бынан тыш ташламалы ипотека бар. Әгәр ғаиләлә 2018 йылда йәки унан һуң икенсе йәки артабанғы бала тыуһа, 6 процент ставкалы ипотека юлларға мөмкин. Ул кредиттың бөтә осоронда ла ғәмәлдә буласаҡ. Был программа буйынса төҙөлөш ойошмаһынан фатир йәки йорт һатып алырға, бығаса алынған кредитты рефинансларға мөмкин. Тәүге иғәнә 20 проценттан да кәм булмаҫҡа тейеш. Кредиттың максималь күләме – 6 миллион һум.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Һаҡ булығыҙ, мутлашыусылар!
Ғаиләләргә яңы түләүҙәр билдәләнеү менән интернетта «Дәүләт хеҙмәттәре» порталының, Пенсия фондының, башҡа дәүләт ойошмаларының клондары – ялған сайттар барлыҡҡа килде. Белгестәр тарафынан тиҫтәләрсә фейк асыҡланған. Мутлашыусылар ысынына оҡшаш итеп домендар теркәй. Ғәҙәттә ялған сайттың исеме ысынынан бер йәки ике хәрефкә айырыла, ә дизайны шул уҡ була. Улар аша намыҫһыҙ әҙәмдәр барлыҡ льгота һәм пособиеларҙы тиҙ арала юлларға тәҡдим итә, ә ысынбарлыҡта кеше хаҡында тулы мәғлүмәт, карта һандарын туплай.
- Адресты иғтибар менән ҡарағыҙ. «Дәүләт хеҙмәттәре» порталының рәсми сайты – www.gosuslugi.ru, Пенсия фондыныҡы – www.pfrf.ru. Барлыҡ пособие һәм субсидиялар тик улар аша билдәләнә.
- Дәүләт сервистарының рәсми мобиль ҡушымталары менән ҡулланыу күпкә ышаныслыраҡ – уларҙың ялған вариантын эшләү ҡатмарлы.
- Әгәр компьютер менән файҙалана белмәһәгеҙ, яҡындағы Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итегеҙ.
Читайте нас: