- Конституция үҙгәрә һәм барлыҡ үҙгәрештәр ҙә яҡшы яҡҡа, - тип билдәләне ул. - Мәҫәлән, балалар - беҙҙең дәүләт үҫешенең өҫтөнлөгө. Инде хәҙер үк аҡса бүлеп бирелә, әммә хәҙер был оҙаҡ йылдарға өҫтөнлөклө йүнәлеш буласаҡ. Иң мөһиме, минималь хеҙмәт хаҡы бер ҡасан да йәшәү минимумынан түбән булмаясаҡ.
Рөстәм Әхмәҙинуров барлыҡ эпидемиологик сараларҙы үтәүгә иғтибарҙы йүнәлтте һәм шулай уҡ Өфөгә “Хеҙмәт батырлыгы ҡалаһы” исемен биреү өсөн үҙ тауыштарын ҡалдырырға саҡырҙы. Бындай исем Рәсәй Федерацияһы ҡалаһына бирелергә мөмкин, унда йәшәүселәр, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ҡала сәнәғәт предприятиеларында хәрби һәм гражданлыҡ продукцияһын өҙлөкһөҙ етештереүҙе тәьмин итеп, хеҙмәт батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге күрһәтте.
- Был тылда эшләүселәргә, фронтовиктарға күберәк иғтибар итергә мөмкинлек бирәсәк. Күрәм, тауыш биреүселәр исемлеге тулылана. Мин ышанам, беҙ был исемде отасаҡбыҙ һәм ил Президенты Өфөгә, бөйөк Еңеүгә тос өлеш индерәгән ҡала булараҡ, ярҙам итәсәк, - тип өҫтәне ул.
Фото: bashinform.ru