БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының Көйөргәҙе районы буйынса милек менән идара итеү комитеты рәйесенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Республика прокуратураһында хәбәр итеүҙәренсә, вазифа биләүсе кеше урындағы эшҡыуарҙарҙан аҡса йыйған булған. Ҡатын ер участкаларын рәсмиләштерергә теләгән ойошма етәкселәренән даими рәүештә райондың Мәрхәмәтлек фондына 20 мең һум аҡса күсереп тороуҙарын талап иткән. Аҡса күсергән ойошмаларҙың документтарын тиҙ генә әҙерләп биргәндәр, ә аҡса күсерергә риза булмағандарҙың документтары эшен башҡарыуҙы чиновница бик оҙаҡ ваҡытҡа һуҙған.