Все новости
Яңылыҡтар
30 Июня 2020, 14:10

Һайлауҙар дауам итә

Һайлау барышы менән Күмертау ҡалаһы һәм районыбыҙҙың Территориаль һайлау комиссия рәйестәре үҙ фекерҙәре менән бүлештеләр.#Россия #конституция #поправкиВконституцию

Ирек Мөхәмәтшин, Көйөргәҙе районы ТИК рәйесе:

Район үҙәгендә һәм ауылдарҙа халыҡ ойошҡанлыҡ менән Яңы Конституцияға ҡараштарын белдертә, һайлау көндәре барышында кешеләр актив ҡатнаша, ошо темптар һаҡланыр тигән өмөттәбеҙ. Урындарҙа махсус һаҡланыу саралары күрелгән: антисептиктар, бирсәткә һәм медицина маскалары һалынып ҡуйылған, килеүсе һәр кемгә улар етә. Элекке һайлауҙарҙа, айырым категориялағы халыҡ өсөн генә өйгә йөрөп, һайлауҙар үткәреү комиссияһы була ине. Быйыл һәр теләгән, шылтыратып йәки яҙып заявка ебәреп тә өйгә ике кешенән булған комиссия саҡыртып, һайлауҙа ҡатнаша ала.
Тулы материал 52-се һанда.
#Россия #конституция #поправкиВконституцию
Читайте нас: