Все новости
Яңылыҡтар
30 Июня 2020, 19:55

ФӘНДӘН БАШҠА ҠАЛА ҮҪЕШМӘЙ

Өфөлә асылған урбанистика буйынса халыҡ-ара форум барышында төшкә тиклем үткәрелгән сараларҙа Рәсәй һәм сит илдәр спикерҙары ҡатнашты.

Өфөлә асылған урбанистика буйынса халыҡ-ара форум барышында төшкә тиклем үткәрелгән сараларҙа Рәсәй һәм сит илдәр спикерҙары ҡатнашты. ”Фәнни-белем биреү үҙәге – ҡала үҫешенең драйверы булараҡ” тип аталған сессияла форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы сәләмләне.
“Мин һеҙгә ҡунаҡсыл Өфөлә осрашыуға килеүегеҙ, артабанғы йылдарҙа тирә-яҡ мөхитте нисек формалаштырыу, беҙҙең граждандар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу тураһында фекер алышҡанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм”, - тине Радий Хәбиров. Уның әйтеүенсә, университет белеменең йөкмәткеһе, архитектураһы ҡала үҫешенең гармонияһын тәшкил итә.
Читайте нас: