Все новости
Яңылыҡтар
7 Июля 2020, 16:00

Ҡоролтай эштәрен барлай

3 июлдә Йылайырҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм Башҡарма комитеты ағзаларының күсмә ултырышы булып уҙҙы. Сарала Йылайыр районы Хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, Йылайыр, Мәләүез, Баймаҡ, Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла, Федоровка, Көйөргәҙе районы ҡоролтайы етәкселәре, эшҡыуарҙар, методистар һәм актив эшмәкәрҙәр ҡатнашты.#Башҡортостан #bashkort #Bashkortostan #Ҡоролтай

Юлай Ишмөхәмәтов, Көйөргәҙе районы Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтай рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтай Президиумы һәм Башҡарма комитеты ағзаларының күсмә ултырышында ҡатнашыусы:
- Пандемия карантинынан һуң, был сараның төп маҡсаты - Ҡоролтай ойошмаһы эштәрен әүҙемләштереү булды. Әлбиттә, онлайн кәңәшмәләр үткәрелде, аралашыуҙар барҙы, ләкин улар тере аралашыуға етмәй шул. Йыйылышта 8 район вәкилдәре, шул иҫәптән, яҡташыбыҙ Ҡоролтай Президиумы һәм Башҡарма комитеты ағзаһы Фәнит Нәсип улы Моратбакиев, Бөтә башҡорт Ҡоролтай Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Миңлеғәли улы Яҡупов; беҙҙең райондан Минияр Хәйбуллин, Альберт Абукаев, Әлфинә Әмәкәсовалар ҡатнашты.
Тулы материал "Юшатыр"ҙың 54-се һанында.
Читайте нас: