Все новости
Яңылыҡтар
11 Июля 2020, 21:10

Ысын геройҙар

Коронавирус башланыу менән беренсе көндән беҙҙең иғтибар ил етәкселеге халыҡты ҡотҡарыу өсөн нимә эшләр тигән һорауға йүнәлтелде. Карантинды ваҡытында иғлан итерҙәрме һәм ғәмәлдән сығарырҙармы? Дауаханаларҙа койка-урындар, битлектәр, дарыуҙар һәм һаҡлағыс костюмдар, үпкәне елләтеү ҡорамалдары етерме? Табиптар был бәләне йырып сыға алырмы?

Коронавирус башланыу менән беренсе көндән беҙҙең иғтибар ил етәкселеге халыҡты ҡотҡарыу өсөн нимә эшләр тигән һорауға йүнәлтелде. Карантинды ваҡытында иғлан итерҙәрме һәм ғәмәлдән сығарырҙармы? Дауаханаларҙа койка-урындар, битлектәр, дарыуҙар һәм һаҡлағыс костюмдар, үпкәне елләтеү ҡорамалдары етерме? Табиптар был бәләне йырып сыға алырмы?
Коронавирус эпидемияһы оҙайлы ваҡыт дауамында йәмғиәттең медицина өлкәһенә етерлек иғтибар биреп еткермәүен күрһәтте. Беҙҙе табиптарҙың нисек йәшәүе, уларҙы нимәләр борсоуы, медицинаның ҡатмарлы хәлдәргә әҙер булыу-булмауы ҡыҙыҡһындырманы. Улар урынына һәр төрлө янъял тыуҙырған геройҙарҙың, үҙҙәрен «йондоҙ» тип иғлан иткән әҙәмдәрҙең яҙмышы мауыҡтырғысыраҡ тойолдо. Ә инде әлеге ҡатмарлы хәл килеп тыуғас, ил етәкселегенең һәр һүҙен көтөп ала башланыҡ. Ауырыған саҡта участка табибы, «Ашығыс ярҙам» фельдшеры, укол ҡаҙай белгән йәш кенә шәфҡәт туташы тотош «дәүләтте» алмаштыра.
Был көндәр беҙгә ысынды ялғандан, мөһимде ваҡ-төйәктән айырырға өйрәтте. Һәр төрлө сүрәткә ингән «йондоҙҙар» йәки интернет-янъялсылар түгел, ә аҡ халаттағы кешеләрҙең ни тиклем кәрәкле булыуын аңланыҡ.
Бына кемдәр улар – ысын геройҙар! Медицина колледжы директорының етди костюмын һәм галстугын иҫ киткес уңайһыҙ шәхсән һаҡ сараһы костюмына алмаштырып, инфекция госпиталендә ике аҙналыҡ вахтала булған Азат Хамматов.
Бер ай дауамында ял итмәйенсә, көнөнә 12-шәр сәғәт «ҡыҙыл зона»ла эшләгән 5-се Өфө ҡала клиник дауаханаһының терапия бүлеге мөдире Люция Ейәнгирова.
Үҙенең бригадаһы менән һуңғы ике аҙналыҡ эш вахтаһы барышында ғына ла 30 сабыйға тыуырға ярҙам иткән Өфөнөң Дим районы клиник дауаханаһының обсервациялағы бала табыу бүлеге акушер-гинекологы Юлиә Ғарифуллина.
Ғаиләһендә алтынсы сабыйы тыуғандан һуң бер аҙнанан эшкә сыҡҡан, 17 кешенән торған Өфө бригадаһы менән Ҡарасәй-Черкес Республикаһы табиптарына коронавирус инфекцияһы йоҡторған пациенттарҙы дауалау өсөн ярҙамға йүнәлгән табип-терапевт Руслан Ғүмәров.
Ике аҙналыҡ эш сменаһында тәүлек әйләнәһенә тиерлек инфекционист булып эшләп, терапия хеҙмәтенең барлыҡ бүлексәләрендә пациенттарҙы кардиолог булараҡ ҡараған Әлфирә Рәхмәтуллина.
Дауаханала дежурҙа булып, көрсөктөң тәүге көндәрендә үк меңдәрсә пенсионерға аҙыҡ-түлек алып килеүҙә ярҙам иткән медицина хеҙмәткәре, ирекмән Ләйсән Хазырова.
Уларҙың һәм йөҙҙәрсә башҡа табиптың ярҙамы менән меңдәрсә сирле яңынан үҙенең балалары, ата-әсәһе менән күреште, ә башҡалар эшләй һәм ҡәҙимге тормошон дауам итә алды. Әлбиттә, әлегә битлектә килеш.
Конституцияға индереләсәк үҙгәрештәр хөкүмәткә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү, кешеләр сәләмәт тормош алып барһын һәм үҙ һаулығына яуаплы ҡараһын өсөн шарттар булдырыу бурысы ҡуя. Һәр ауыл һәм ҡасабала уңайлы медицина пункты булырға, «Ашығыс ярҙам» тиҙ генә килеп етеп, ауырыуҙы тейешле урынға алып барырға, ә ҙур дауаханалар бөтә йүнәлештәге табиптар менән тәьмин ителергә, заманса ҡорамалдарға һәм улар менән эш итә белгән белгестәргә эйә булырға тейеш.
Беҙ барыбыҙ ҙа киң яланда ай ярым эсендә донъя кимәлендәге госпиталь төҙөлөүҙең шаһиты булдыҡ. Эпидемия тамамланғас та, ул инфекция дауаханаһы булараҡ ауырыуҙарҙы ҡабул итәсәк. Дәүләт кешеләргә йәшәргә, ял итергә һәм эшләргә ярҙам итергә тейеш, һәм ул быны булдыра ала. Рәсәй Федерацияһының яңы Конституцияһы – ошо хаҡта.
Читайте нас: