Все новости
Яңылыҡтар
5 Февраля 2021, 14:50

Радий Хәбировтың республика халҡына һигеҙ төп вәғәҙәһе

28 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы уҙған йыл һөҙөмтәләре һәм быйылғыһына бурыстар хаҡында сираттағы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Формаль рәүештә ҡарағанда, ул – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына мөрәжәғәт, ә ысынбарлыҡта – республиканың һәр кешеһенә төбәлгән сығыш. Беҙ Мөрәжәғәтнамәнең төбәк халҡы өсөн иң мөһим өлөштәрен барланыҡ.#послание #РадийХабиров #главныеновости #республикаБашкортостан #собрание

28 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы уҙған йыл һөҙөмтәләре һәм быйылғыһына бурыстар хаҡында сираттағы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Формаль рәүештә ҡарағанда, ул – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына мөрәжәғәт, ә ысынбарлыҡта – республиканың һәр кешеһенә төбәлгән сығыш. Беҙ Мөрәжәғәтнамәнең төбәк халҡы өсөн иң мөһим өлөштәрен барланыҡ.
1. Йылылыҡ өсөн түләүҙе ҡайтанан иҫәпләү
Йылылыҡ өсөн яңыса түләү, тәьмин итеүсе ойошмалар тарафынан иҫәпләүҙәрҙә хаталар ебәреү фатир хужаларында байтаҡ ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Ысынлап та, күп осраҡтар буйынса дәғүәләр раҫланды. Дөрөҫ иҫәпләнмәгән осраҡтарҙа хата төҙәтеләсәк һәм кешеләргә аҡсалары кире ҡайтарыласаҡ. Бындай хәл ҡабатланырға тейеш түгел. Мин күрһәтмә бирҙем. Был һорау минең контролдә буласаҡ.
2. Коронавирусты еңергә
Кешелек һәр төрлө ҡурҡыныс вирустарҙан көслөрәк. Бығаса беҙҙең республика ла иң ауыр һынауҙарҙан лайыҡлы сыға алды. Төбәк халҡының яуаплылығы һөҙөмтәһендә хәл-торошто яйға һалдыҡ һәм бөгөндән ковидҡа ҡаршы сикләү сараларын әкренләп ғәмәлдән сығара башлайбыҙ. Яҡын арала бына инде бер йыл кешесә йәшәргә ҡамасаулаған зәхмәттән ҡотола алырбыҙ. Бының өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк. Иң мөһиме – мотлаҡ прививка эшләтеү. Мин уны үҙ өлгөмдә һынаным һәм үҙемде яҡшы тоям.
Республикаға вакцинаның ҙур партиялары килтерелә. Һәр кешенең шәхси иммунитеты ни тиклем тиҙерәк барлыҡҡа килһә, республика шул тиклем тиҙерәк «коллектив иммунитет»ҡа эйә буласаҡ. Шул саҡта беҙ ҡәҙимге тормошҡа әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ.
3. Һәр районда яңы бассейндар төҙөргә
Беҙ Башҡортостандың спорт йәһәтенән алдынғы, еңеүле традициялары һәм танылған спортсылары менән билдәле төбәк булыуы менән ғорурланабыҙ. Ике йыл эсендә шорт-трек, спорт йөҙөүе һәм Рима Баталова исемендәге спортҡа әҙерләү үҙәктәре сафҡа инде, Өфөлә «Нефтяник» бассейны, Нефтекамала стадион, Әлшәй районында бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды. 2024 йылға беҙ 25 метрлыҡ йөҙөү юлы булған тағы ла 16 бассейн төҙөйәсәкбеҙ, барлыҡ район үҙәктәрендә һәм ҡалаларҙа балаларҙы йөҙөргә өйрәтәсәкбеҙ, тиҫтәләрсә мәктәптең спорт залдарын йыһазландырасаҡбыҙ, көрәш келәмдәре менән тәьмин итәсәкбеҙ.
4. Тыуымды тағы ла күтәрергә
Беҙ күңелһеҙ күренеште яйлай алдыҡ – былтыр тыуған сабыйҙар һаны 2019 йылдағына тиң тиерлек. Быйыл тағы ла күберәк балалар тыуыр, тип ышанам. Ғаиләләрҙә өсөнсө, дүртенсе, бишенсе балаларҙың артыуы айырыуса ҡыуандыра. Яңы кеше тыуыуҙан да мөһимерәк нимә бар? Был – бер ни менән дә сағыштырып булмай торған оло бәхет.
(Белеүебеҙсә, үткән аҙнала Радий Фәрит улы тыуымды арттырыу эшенә шәхсән өлөшөн индерҙе – уның улы тыуҙы! Шулай итеп, төбәк Башлығы дүртенсегә атай булды).
5. Тағы ла күберәк торлаҡ төҙөргә
Былтыр 100 меңдән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Был яңы йорттар балаларҙың шат тауыштарына күмелһен. Торлаҡты сафҡа индереүҙе артабан да арттырасаҡбыҙ. Ауыл ипотекаһы программаһы кредиттар һаны һәм бирелгән аҡса күләме буйынса ил күләмендә тап беҙҙең республикала иң уңышлы булып сыҡты.
Владимир Путиндың башланғыстары арҡаһында 2024 йылға тиклем торлаҡ төҙөлөшө инфраструктураһын үҫтереүгә 8,5 миллиард һум аҡса аласаҡбыҙ. 2024 йылға «алданған өлөшсөләр» проблемаһын тулыһынса хәл итәсәкбеҙ. Бының өсөн федераль бюджетта алты миллиард һумдан ашыу аҡса һалынған.
6. Бөтә мәктәптәргә интернет үткәрергә
Беҙ мәктәптәрҙе юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырабыҙ. Ошоға ярашлы уҡыусыларҙы дистанциялы алымда уҡыуға мәшәҡәтһеҙ күсерә алдыҡ. Әммә бөтәһен дә түгел, айырыуса төпкөл ауылдарҙа. Быйылғы йыл аҙағына барлыҡ мәктәптәр, шулай уҡ халыҡ һаны аҙ булған 262 тораҡ пункт һәм 500 ФАП интернетҡа тоташырға тейеш. 2024 йылға беҙ республиканың башлыса барлыҡ ауыл-ҡасабаларын интернет менән тәьмин итәсәкбеҙ.
7. Урал аръяғына иғтибар итергә
Әлеге ваҡытта Урал аръяғын үҫтереү буйынса яңы стратегия эшләнә. Унда транспорт һәм энергетика системаларын үҫтереү мәсьәләләре лә индереләсәк. Март айында «Цемикс» компанияһының ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары һәм аҡ цемент етештереү буйынса заводы асыласаҡ. Рәсәй күләмендә әһәмиәткә эйә булған был производство Урал аръяғының сәнәғәт үҫешенә ҡеүәтле терәк буласаҡ. «Сибай – Сара» тимер юлын төҙөргә планлаштырабыҙ, ул Ҡаҙағстан сигенә йөк ташыу арауығын һиҙелерлек ҡыҫҡартасаҡ. Сибайҙа 500 киловольтҡа иҫәпләнгән электр подстанцияһы сафҡа инәсәк. Тағы ла 25 социаль объект – мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар, ФАПтар, Аҡъярҙа бассейн, Баймаҡта Боҙ аренаһы һәм башҡалар төҙөләсәк.
8. Ауыл халҡына баҙарға юл асырға
Пандемия осоронда беҙҙә бер тауарға ла ҡытлыҡ булманы. Шулай ҙа етештереүселәр, эшкәртеүселәр һәм сауҙа ойошмаларының эшмәкәрлеген «баҫыуҙан – сауҙа кәштәһенә» алымына көйләү буйынса эшләйһе бар. Юғары уңыш бер тапҡыр өлгәшелгән рекорд түгел, ә йыл һайын ирешелгән күрһәткес булырға тейеш. Мин Ауыл хужалығы министрлығына 2024 йылға иген уңышын 5 миллион тоннаға еткереү бурысын ҡуям.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Кемдең ысын герой булыуы асыҡланды
2020 йыл беҙҙең булдыҡлылыҡты асыҡ күрһәтте. Беҙ замандың ысын геройҙарын күрҙек. Улар – ҡатмарлы шарттарҙа кешеләр ғүмерен ҡотҡарған табиптар, яңғыҙаҡ ололар һәм инвалидтар тураһында хәстәрлек күргән, мохтаждарға аҙыҡ-түлек ташыған ирекмәндәр, ауырлыҡтарға ҡарамай, дистанциялы алымда белем биреүгә күскән уҡытыусылар, ҡыҫҡа ғына ваҡытта, Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып, Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта заманса инфекция үҙәктәре төҙөгән төҙөүселәр.
#послание #РадийХабиров #главныеновости #республикаБашкортостан #собрание
Читайте нас: