Бөгөн Ғафури районында көньяҡ төбәк журналистарының «Журналистика оҫтаханаһы» семинар-кәңәшмәһе бара. Унда Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Күмертау, Салауат ҡалалары һәм Күгәрсен, Көйөргәҙе, Стәрлебаш, Федоровка, Ғафури райондары гәзит редакциялары журналистары, "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто, БР Журналистар Союзы вәкилдәре менән берлектә беҙҙекеләр ҙә ҡатнаша.
Сарала гәзитебеҙҙе маҡтап телгә алыуҙары ғорурлыҡ уятты. “Юшатыр“ республиканың ҡала һәм район гәзиттәре араһында тәүге иң шәп унау исемлегенә инеүе хаҡында һәм сайтыбыҙҙың рус гәзиттәрен дә уҙҙырып ебәреүен әйтеп үттеләр. Был ҡаҙаныштар өсөн гәзитебеҙ мөхәррире Малик Ильясовты Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Почет грамотаһы менән билдәләп, уның тыңғыһыҙ эшен юғары баһаланылар. Малик Миңлебулат улын ихлас ҡотлайбыҙ! Оҙаҡ йылдар гәзитебеҙ мәнфәғәте өсөн арымай-талмай хеҙмәт иткән, баш мөхәррир исемен лайыҡлы йөрөткән, оло ихласлыҡ, фиҙакәрлек менән милли баҫма менән уҡыусылар араһындағы бәйләнеште нығытыуға баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән мөхәрриребеҙгә киләсәктә лә ижади асыштар, еңел булмаған эшендә уңыштар, ғаилә именлеге һәм “Юшатыр”ыбыҙҙы һағынып көтөп тороусы күп уҡыусылар теләйбеҙ.