Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
1 Июня 2018, 12:37

БИШЕНСЕ ФӘН КАНДИДАТЫ

Тамъян ырыуы аҫабалары нигеҙ һалған Илкәнәйҙең лайыҡлы, яҡты тарихы тағы ла бер ҡыуаныс менән биҙәлде: 24 майҙа Ырымбур ҡалаһында 27 йәшлек Әлиә Риф ҡыҙы Ишҡолова техник фәндәр кандидаты тигән юғары исемгә диссертация яҡланы.

Тамъян ырыуы аҫабалары нигеҙ һалған Илкәнәйҙең лайыҡлы, яҡты тарихы тағы ла бер ҡыуаныс менән биҙәлде: 24 майҙа Ырымбур ҡалаһында 27 йәшлек Әлиә Риф ҡыҙы Ишҡолова техник фәндәр кандидаты тигән юғары исемгә диссертация яҡланы. Өфө авиация-техник университетының Күмертау филиалында төплө белем алған Әлиә бәләкәй генә Илкәнәйҙән сыҡҡан бишенсе фән кандидаты. Беренсе юғары фәнни исемде тарих фәндәре кандидаты Клара Миһран ҡыҙы Әсфәндиәрова алды. Уның артынан Зөфәр Ғәлим улы Камалов техник фәндәр кандидаты булды. Педагогия фәндәре кандидаты Азамат Тимерйән улы Ниәтшин өсөнсө ғалим булһа, уның һеңлеһе Зәлифә Тимерйән ҡыҙы Ниәтшина дүртенсе булып химия фәндәре кандидаты исемен яуланы.

Шуныһын да әйтеп үтәйек: Әлиә - Ишҡоловтар нәҫеленән сыҡҡан өсөнсө фән кандидаты. Күренекле яҡташыбыҙ, шағир Тимерйән ағайҙың ата-әсәһе Ишҡоловтар ине, башҡорт йолаһы буйынса уға фамилияны олатаһы Ниәтшә бабай биргән.

Бәләкәй генә Илкәнәй фән докторы тигән оло, абруйлы исем йөрөткән шәхестәр ҙә тыуҙырырмын әле тигән ышаныс менән йәшәй. Ауылдың тырыш, сәмле халҡы заман һалҡын, ҡараңғы тип зарланмай, өмөтлө аҙымдар менән алға атлай.

Зөлфиә АРАПТАНОВА (ИШҠОЛОВА),
Илкәнәй ауыл биләмәһе
эштәр идарасыһы


Читайте нас: