Все новости
Ҡыуаныслы ваҡиға
29 Июня 2018, 12:51

СТАТУСЫН ДӘЛИЛЛӘНЕ

Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһындағы бөтә моноҡалалар өсөн төп рейтинг һөҙөмтәләре иғлан ителде. Күмертау йәнә Рәсәйҙең иң яҡшы моноҡалаларының береһе тигән исемен раҫланы.

Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһындағы бөтә моноҡалалар өсөн төп рейтинг һөҙөмтәләре иғлан ителде. Күмертау йәнә Рәсәйҙең иң яҡшы моноҡалаларының береһе тигән исемен раҫланы.

Рейтингты Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды төҙөгән һәм ул «Моноҡалаларҙы комплекслы үҫтереү» программаһы бурыстарын үтәгәндә урындағы үҙидаралыҡ органдары эшенең әүҙемлеген һәм һөҙөмтәлелеген баһалай. Рейтинг алдынғы моноҡалаларҙың иң көслө, перспективалы яҡтарын асыҡларға һәм ошо муниципалитеттарҙа тормош сифатын яҡшыртыу буйынса уңышлы проекттарҙы билдәләргә ярҙам итә.

Былтыр ҙа Күмертау тәүге ун лидер исемлегенә инде, 2018 йылда үҙенең статусын дәлилләне. Йыл ярым эсендә йылдам социаль иҡтисади үҫеш биләмәһе статусында Күмертауҙа туғыҙ резидент үҙ предприятиеларын асты, ҡала халҡы өсөн 1300-ҙән ашыу эш урыны булдырҙы.

«Моноҡалаларҙы комплекслы үҫтереү» программаһы етәксеһе Ирина Макиева ҡулынан юғары награданы беренселәрҙән булып Күмертау ҡалаһы башлығы Борис Беляев алды.


Читайте нас: